Иҡтисад
5 Июнь , 14:30

Уртаса йәш 75-кә етте

Башҡортостан һәм Стратегик башланғыстар агентлығы ғаиләгә ярҙам итеү һәм халыҡты һаҡлау өлкәһендә хеҙмәттәшлек итәсәк. 

Уртаса йәш 75-кә еттеУртаса йәш 75-кә етте
Уртаса йәш 75-кә етте

5 июндә Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы майҙансығында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Стратегик башланғыстар агентлығының генераль директоры Светлана Чупшева Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров ҡатнашлығында халыҡты һаҡлау, ғаиләгә ярҙам итеү, тыуым һәм күп балалыҡ, Рәсәйҙең традицион рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрен һаҡлау һәм нығытыу өлкәһендә хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2026 йылдың апрелендә Өфөлә АСИ һәм Башҡортостан Хөкүмәтенең республикала ғаиләгә ярҙам мәсьәләләре буйынса проект-аналитика сессияһы үтте. Уның һөҙөмтәләре буйынса АСИ эксперты күп балалыҡҡа, балалыҡҡа һәм традицион ҡиммәттәргә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән 300-гә яҡын сара тәҡдим итә.

– Халыҡты һаҡлау – ул тәү сиратта яҡшы һаулыҡ һаҡлау, ғүмер оҙайлығының артыуы һәм үлемдең кәмеүе. Республикала уртаса ғүмер оҙайлығы 75 йәшкә етеп килә. Бындай хәл бер ҡасан да булғаны юҡ ине, – тине Радий Хәбиров журналистар менән әңгәмәлә. – Беҙ онкологиянан, башҡа ауырыуҙарҙан, алкоголь менән ағыуланыуҙан, юл-транспорт ваҡиғаларынан үлем күрһәткестәрен планлы рәүештә кәметәбеҙ. Былар барыһы ла ысын халыҡ һаулығы. Беҙ һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын – поликлиниканы, фельдшер-акушерлыҡ пунктын, амбулаторияны яңыртыу менән дә шөғөлләнәбеҙ. Бер йылда ғына беҙҙең райондарҙа алты поликлиника төҙөлдө.

Светлана Чупшева Башҡортостанды социаль өлкәлә яҡшы күрһәткестәр күрһәткән төбәк тип атаны.

– Кешегә инвестициялар, кеше капиталын һаҡлау һәм арттырыу, йәшәү өсөн сифатлы яңы мөхит булдырыу – Агентлыҡ көн тәртибенең абсолют өҫтөнлөктәре. Бөгөн АСИ йөклө ҡатындарға ярҙам итеүгә, бала тапҡандан һуң ҡатын-ҡыҙҙарҙы күҙәтеүгә, шулай уҡ ғаиләләр, айырыуса күп балалы ғаиләләр өсөн уңайлы шарттар булдырыуға йүнәлтелгән проекттарҙы алға ебәреү буйынса яңы ышаныслы партнерҙар даирәһен киңәйтте, – тине Светлана Чупшева.

Шулай уҡ Башҡортостан стендында АСИ етәксеһе Радий Хәбировҡа инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында өсөнсө урын өсөн диплом тапшырҙы.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас