Иҡтисад
6 Июнь , 15:05

Беҙ конкуренция шарттарында йәшәйбеҙ һәм үҫешәбеҙ

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы майҙансығында “Рәсәй 24” телеканалына интервью бирҙе.

Беҙ конкуренция шарттарында йәшәйбеҙ һәм үҫешәбеҙБеҙ конкуренция шарттарында йәшәйбеҙ һәм үҫешәбеҙ
Беҙ конкуренция шарттарында йәшәйбеҙ һәм үҫешәбеҙ

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы майҙансығында “Рәсәй 24” телеканалына интервью бирҙе. Төбәк етәксеһе республика делегацияһының эш программаһы һәм бизнесҡа ярҙам сараларын камиллаштырыу хаҡында һөйләне.

– Радий Фәрит улы, форумдағы эшегеҙҙең программаһы тураһында ентекләберәк һөйләгеҙ әле. Бәлки, килешеүҙәргә ҡул ҡуйылғандыр, йәки нимәләр планлаштырыла?

– Республика ғәҙәттәгесә Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында ҡатнаша. Был беҙҙең иҡтисад үҫешенең мөһим өлөшө. Әлбиттә, программа осрашыуҙарҙы, контракттарға ҡул ҡуйыуҙы үҙ эсенә ала. Беҙ уларҙы бик ентекле әҙерләйбеҙ һәм урында күп нимәләр тураһында йөкмәткеле итеп һөйләшәбеҙ. Был – беренсеһе.

Икенсеһе – ҙур иҡтисади структураларҙың, корпорация етәкселәренең, төбәк башлыҡтарының барыһының да тиерлек бөгөн бында булыуы бик мөһим. Һәм был – эш тәртибендә күп нимәләр тураһында һөйләшеү өсөн иҫ киткес мөмкинлек.

Беҙ республикабыҙҙың презентацияһына һәр ваҡыт етди ҡарайбыҙ. Төбәктең нимә эшләй алыуын, ниндәй партнерҙарыбыҙ, ниндәй тәҡдимдәребеҙ булыуын күрһәтергә тейешбеҙ. Быларҙың барыһын да тулыһынса беҙҙең стендта һәм, асылда, һөйләшеүҙәр барышында эшләйбеҙ. Форумда байтаҡ осрашыуҙар, һөйләшеүҙәр үткәрҙек. Эште республикабыҙҙа эшләгән ике ҙур һыра ҡайнатыу компаниялары етәкселеге менән аралашыуҙан башланыҡ, уларҙың хәҙерге статусын, сауҙа нисек барыуы тураһында һөйләштек.

Спиртлы эсемлектәрҙе һатыуға беҙ ипле ҡарайбыҙ, ләкин аҡыллы сиктәрҙә һыра һатыу – икенсе тарих. Беҙ тағы ла сифатлыраҡ продукт сығарыу өсөн етештереү яңыртыу тураһында фекер алыштыҡ. Һыра һатыу нимә ул? Был – республикабыҙ бюджетына акциздар. Өҫтәүенә акциздар бик ҙур. “Арнест” компанияһы менән ике йыл эсендә бюджетыбыҙға түләүҙәрҙе 25 процентҡа арттырҙыҡ. Ҙур федераль компания – “Эсемлектәр бергә” компанияһы менән ике йыл эсендә һалым керемдәрен 20-25 процентҡа арттырҙыҡ.

Субъект етәкселәре менән байтаҡ һөйләшеүҙәр үткәрелде, сөнки хәҙерге шарттарҙа беҙҙең бурыс – горизонталь үҙ-ара эш итеүҙе тәьмин итеү. Йәғни беҙ эшҡыуарҙарыбыҙға ишектәрҙе асабыҙ, уларға мөмкинлектәр бирәбеҙ, тыныс, тотороҡло эш гарантиялайбыҙ.

– Һәм ярҙам саралары ла бар бит…

– Һис шикһеҙ. Әйткәндәй, беҙ бөгөн тәжрибә уртаҡлаштыҡ, бер-беребеҙҙәге хәл-торошҡа ҡараныҡ, сөнки, нигеҙҙә, бында әле лә шундай күҙгә күренмәгән тыныс конкуренция бара. Бер яҡтан – төбәк етәкселәре, икенсе яҡтан – бизнес. Беҙҙең бурыс – бизнесҡа башҡа төбәк етәкселәренә ҡарағанда яҡшыраҡ шарттар тәҡдим итеү. Шуға күрә бындай, минеңсә, аналитик һәм интеллектуаль эш етерлек.

– Тап конкуренцияла үҫеш бар.

– Тулыһынса килешәм. Унһыҙ алға барып булмаясаҡ.

– Инвестиция мөхитен әле ыңғай тип баһалайһығыҙ, иҡтисади хәл ҡатмарлы булһа ла, беҙгә агрессив санкциялар менән йоғонто яһарға тырышалар, әммә шулай ҙа...

– Барыһы ла яҡшы тип әйтергә ярамай. Быға объектив ҡарау дөрөҫ булыр, моғайын. Нимә тип әйтә алам? Беренсенән, идара итеү командаһының бизнесҡа ҡарата фекере һәм позицияһы үҙгәрешһеҙ. Беҙҙең төп бурыс – уны дәртләндереү һәм бөтә көсөбөҙ менән яҡлау. Һәм хәл ни тиклем ҡатмарлыраҡ булһа, иртәгәһе көн ышаныслыраҡ булһын өсөн ресурстар шул тиклем мөһим.

Беҙ бизнестың сыҙамлы булыуын, предприятиеларҙың ябылмаясағын, һалым түләйәсәген аңларға тейешбеҙ. Юғиһә үҫеш булмаясаҡ. Һөҙөмтәлә социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү ҙә булмаясаҡ. Ә кешеләрҙе ошо һәм яҡшы эш хаҡы борсой. Шуға күрә тағы бер тапҡыр әйтәм, был – ысын конкуренция. Һәм беҙгә күберәк тәҡдимдәр әҙерләргә кәрәк.

Икенсе яҡтан, бюджет мөмкинлектәребеҙ кәмей бара. Беҙ барыбыҙ ҙа санкция баҫымына ҡаршы көрәшеүебеҙҙе, махсус хәрби операцияға ярҙам итеүебеҙҙе аңлайбыҙ. Бюджет арта, әммә сығымдар ҙа арта. Һәм был шарттарҙа ниндәйҙер яңы механизмдар уйлап табырға кәрәк.

Беҙ инвестиция ҡануниәтен үҙгәрттек. Беләһегеҙме, ниндәй маҡсат менән? Етерлек кимәлдә туранан-тура субсидиялар бирә алмаған шарттарҙа ер биреүҙе еңеләйтә алабыҙ, тип уйлағайныҡ. Рәсәйҙә ер күп. Бер осор уны биреү туҡтатылып торҙо, берәй нимә булып ҡуймаһын тинеләр. Минеңсә, был дөрөҫ түгел. Эйе, ишек төбөндә сират тороп, ер таптырһалар, шул саҡта беҙ ҙә үҙебеҙҙе тейешле тотор инек. Әле иһә, киреһенсә, участкаларҙы үҙебеҙ тәҡдим итергә тейешбеҙ. Беҙҙә ҡануниәткә ярашлы сауҙаһыҙ ҡуртымға алырға һәм производстволар булдырырға мөмкин булған майҙансыҡтар бар.

– Был яңы башланғыс түгелме?

– Был яңы башланғыс түгел, әммә беҙ ер биреү тәртибен ябайлаштырҙыҡ. Әгәр элек ерҙе алыу өсөн күп документтар әҙерләргә кәрәк булһа, әле икәү етә: минең шундай бизнесым бар, тигән декларация, һәм мин унда шул тиклем аҡса һаласаҡмын, тигән ҡағыҙ. Шулай уҡ бизнестың килеп сығышын раҫлау, килемлелеген иҫбатлау талаптары ла кире ҡағыла. Был беҙҙең бурыс түгел.

– Бының һөҙөмтәһе бармы?

– Бизнес үҙе ҡарар ҡабул итә. Һәм улар хәүефте лә күҙаллап хәл итә.

 – Ҙур рәхмәт!

 

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас