

XXIX Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумында Рәсәй субъекттарында инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингы һөҙөмтәләре күрһәтелде. Билдәле булыуынса, Стратегик башланғыстар агентлығы йыл да ил Президенты Владимир Путинды ошо йәһәттән эш йомғаҡтары менән таныштыра бара.
Милли инвестиция рейтингы быйыл 13-сө тапҡыр хеҙмәт һөҙөмтәләрен билдәләне. Унда Башҡортостан инде бер нисә йыл рәттән тәүгеләр рәтендә. Быйылғы һөҙөмтәләр күрһәтеүенсә, республикабыҙ лидерҙар араһында III урынды һаҡлап ҡалды.
– Билдәле булыуынса, Башҡортостан Стратегик башланғыстар агентлығының милли рейтингында тәүге унау исемлегенә 2019 йылда ингәйне. Унда республикабыҙ 9-сы урынды яуланы, – ти эксперт, финанс белгесе, иҡтисад фәндәре кандидаты Рөстәм Аҡбашев. – Артабан Башҡортостан үҙ позицияһын эҙмә-эҙлекле яҡшырта барҙы. Һуңғы биш йылда ул ышаныслы рәүештә алдынғылар рәтендә килә.
Был рейтингта төбәк власы етәкселегенең урында бизнес алып барыу өсөн уңайлы шарттар булдырыуы баһалана, иң яҡшы эш тәжрибәләре билдәләнә. Һөҙөмтәлә төбәккә инвестициялар йәлеп итеүгә этәргес бирелә.
Рейтинг һигеҙ йүнәлеште үҙ эсенә ала: “Күсемһеҙ милек”, “Инженер селтәрҙәре һәм коммуникациялар”, “Бизнесты һаҡлау”, “Бизнесҡа ярҙам саралары”, “Экспорт эшмәкәрлеге”, “Инфраструктура, технологиялар һәм элемтә”, “Кадрҙар һәм хеҙмәт ресурстары”, “Баҙар үҫеше һәм конкурентлыҡ”. Улар араһынан республикабыҙҙа айырыуса эшҡыуарлыҡҡа бәйле йүнәлештәр көслө. Ташламалар һәм преференциялар менән тәьмин итеүгә һалынған хеҙмәт өҫтәмә һалым кереме менән әйләнеп ҡайтыр, төбәк ҡаҙнаһының табыш өлөшөн киңәйтер тигән ышаныстамын.
Фото: Р. Аҡбашевтың шәхси архивынан.
Беҙҙең МАХ-тағы каналға ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan