

2026 йылдың май аҙағында Рәсәй нефть-газ химияһы форумы сиктәрендә Күмертауҙа нефть сығарыу ҡорамалдары етештереү буйынса “ОЙЛТИММАШ” заводының беренсе сираты эшләй башланы. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә “ОЙЛТИМ” холдингының генераль директоры Владимир Лавров хәбәр итте.
Әйтергә кәрәк, предприятие “Күмертау” йылдам үҫеш биләмәһе резиденты булып тора һәм “Роснефть”, “Газпром” һәм яғыулыҡ-энергетика комплексының башҡа компаниялары структуралары өсөн цистерналар һәм башҡа резервуар ҡорамалдары сығара.
Предприятиены модернизациялауҙың беренсе этабын 2022 йылдың майында “Инвестиция сәғәте”ндә хуплайҙар. Башланғысты республика булышлығында тормошҡа ашырҙылар. Заводты үҫтереүгә 2,1 миллиард һумдан ашыу инвестиция һалынған.
Икенсе сират ҡеүәттәрҙе артабан реконструкциялауҙы күҙ уңында тота, был цистерналар һәм резервуарҙар сығарыуҙы арттырырға мөмкинлек бирәсәк. Проект шулай уҡ 2024 йылдың ғинуарында “Инвестиция сәғәте”ндә хуплау ала. Уны 2028 йылда тамамларға планлаштыралар, тағы ла 2,4 миллиард һум самаһы аҡса һалалар.
– “ОЙЛТИММАШ” заводында 440 кеше эшләй. Беҙ эшсе һөнәрҙәрҙең белгестәрен – иретеп йәбештереүселәрҙе, слесарҙарҙы һәм ЧПУ менән станок операторҙарын әүҙем йыйыуҙы дауам итәбеҙ, – тип хәбәр итте Владимир Лавров.
Башҡортостан Башлығы предприятиены яңыртыу буйынса башланғыстарҙы юғары баһаланы.
– Беҙ яҡшы үҫеш темптарын, республикала эшләү һеҙгә уңайлы булыуын күрәбеҙ. Был беҙгә шатлыҡ ҡына, – тине Радий Хәбиров. – Күмертауҙа күсмә “Сәнәғәт сәғәте” үткәрергә планлаштырабыҙ, унда производствоға ярҙам сараларын тикшерәсәкбеҙ.
Фото: Башҡортосан Башлығы сайты.