Иҡтисад
15 Июнь , 10:30

Һөтсөлөк тармағы - илдә алдынғы

2018-2025 йылдарҙа Башҡортостанда 50 һөт фермаһы төҙөлдө һәм яңыртылды

Һөтсөлөк тармағы - илдә алдынғыҺөтсөлөк тармағы - илдә алдынғы
Һөтсөлөк тармағы - илдә алдынғы

2018-2025 йылдарҙа Башҡортостанда дөйөм алғанда 50 һөт фермаһы төҙөлдө һәм яңыртылды, улар республикалағы бөтә тауар һөтөнөң яртыһын етештерә. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов хәбәр итте.

Һыйырҙар һаны буйынса – 317 мең баш – республика ил төбәктәре араһында икенсе урынды биләй. Был малсылыҡ хужалыҡтарына 2025 йыл йомғаҡтары буйынса 1,5 миллион тонна самаһы һөт, шул иҫәптән 781 мең тонна тауар һөтө етештерергә мөмкинлек бирҙе.

Илшат Фәзрахманов 2018-2025 йылдарҙа һыйырҙарҙың продуктлылығы 50 процентҡа артҡан ыңғай динамиканы, шулай уҡ етештереүҙең дөйөм күләмендә тауар һөтөнөң өлөшө артыуын билдәләне. Был күләмле тармаҡ инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу арҡаһында мөмкин булды.

Төбәк биләмәһендә малсылыҡ комплекстарын төҙөүгә һәм модернизациялауға бөтәһе 28 миллиард һум аҡса һалынған. Иң ҙур объекттар иҫәбендә – Ауырғазы районында 6,5 мең һыйырға иҫәпләнгән “Уңыш” һөт фермалары” предприятиеһы, шулай уҡ Стәрлетамаҡ районында 3,5 мең һыйырға иҫәпләнгән Калинин һөт-тауар комплексы.

– Һөт малсылығында ҙур инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу тоҡомло малсылыҡты үҫтереүгә булышлыҡ итә, – тип өҫтәне Илшат Фәзрахманов. – 2018 йылдан алып республиканың ауыл хужалығы предприятиелары 8 миллиард һумға яҡын дөйөм суммаға һөт йүнәлешендәге 46 мең баш тоҡомло мал һатып алған.

2026 йылға тиклем дөйөм хаҡы 8 миллиард һумлыҡ тағы ла ете тармаҡ инвестиция проектын ғәмәлгә ашырыуҙы тамамлау күҙаллана. Атап әйткәндә, һүҙ Ҡалтасы районында 1,8 мең һыйырға иҫәпләнгән малсылыҡ комплексын, шулай уҡ Дыуан районында 1,5 мең һыйырға иҫәпләнгән ферма булдырыу хаҡында бара.

Бынан тыш, Стәрлетамаҡ районында инвестициялар күләме 6 миллиард һум булған 4,5 мең һыйырға иҫәпләнгән “Рощинский” ауыл хужалығы предприятиеһы фермаһы төҙөлә башлай.

Агросәнәғәт комплексының малсылыҡ йүнәлешен артабан үҫтереү стратегияһы 2030 йылға тауар һөтөн етештереү күләмен 1 миллион тоннаға тиклем арттырыуҙы күҙ уңында тота. Ошо бурыс менән бер рәттән төбәктә сеймал эшкәртеүҙе үҫтерәсәктәр. Мәҫәлән, 2026 йылда Мәләүез һөт-консерва комбинатының ҡоро һөт һәм балалар өсөн компоненттар етештереү буйынса проектын тамамлау күҙаллана. Ә Өфө һөт заводы һөт етештереү күләмен тәүлегенә 500 тоннаға тиклем арттырыу маҡсатында үҙенең ҡеүәтен яңыртыуға тотона.

Башҡортостан Башлығы малсылыҡтың һөтсөлөк йүнәлешенә дәүләт ярҙамының мөһимлеген билдәләне. Был маҡсатҡа 2026 йылда 311 миллион һум йүнәлтеләсәк.

– Маҡсаттарыбыҙ аңлашыла – ҙур, заманса индустриаль фермалар төҙөү йүнәлешендә эшләйбеҙ, – тине Радий Хәбиров.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас