

Ауыл элек-электән мәҙәниәттең, йолаларҙың нигеҙе, шулай уҡ юғары сифатлы аҙыҡ-түлек етештереү сығанағы. Республикабыҙ был йәһәттән һәр саҡ алдынғы, беҙҙә игенселеккә, ит, һөт, ҡымыҙ, бал продукциялары алыуға ҙур иғтибар бүленә. Төбәк иҡтисадына ҡеүәт биргән агросәнәғәт үҫешенә даими булышлыҡ ҡылына, өҫтөнлөклө мәсьәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың даими контролендә. Фермерҙарға гранттар, субсидиялар, төрлө ташламалар булдырылған, агросәнәғәт комплекстары даими яңыртылып, конкурентлыҡҡа һәләте, эш һөҙөмтәлелеге арттырыла.
Ошондай ярҙам күреп, тыуған ерендә үҙ кәсебен йәйелдереп йәшәгән крәҫтиән (фермер) хужалығы етәкселәренең береһе – Архангел районының Убалар ауылынан Рәҡиә апай Заһиҙуллина. Ул, районда билдәле башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, 2012 йылда ире Хәлиулла Кәшбулла улы менән берлектә крәҫтиән (фермер) хужалығы аса. Эште тәүҙә ҡошсолоҡтан башлайҙар, унан, күберәк файҙа килтереүен аңлап, ныҡлап малсылыҡҡа күсәләр. Кәсепкә яңы тотонған мәлдә дәүләттән алынған 1,5 миллион һум грант йүнселдәргә ҙур ярҙам була.
Әле улар хаҡлы ялда. Аксенов агросәнәғәт колледжын тамамлап ҡайтҡан кинйә улдары Урал хәҙер инде хужалыҡта төп эштәрҙе алып бара. Фермерҙарҙың 60-тан ашыу баш һыйыр, 40-тан күберәк йылҡы малы бар, умартасылыҡ менән дә шөғөлләнәләр. Әйтеүҙәренсә, Архангел районында ветеринария хеҙмәте яҡшы эшләй, прививкалар ваҡытында яһала.
– Йомартлыҡта – бәрәкәт: тапҡаныбыҙҙы ҡыҙғанып ултырғаныбыҙ юҡ, – ти Рәҡиә Фазлиәхмәт ҡыҙы. – Район һабантуйҙары өсөн йыл да мал биреп торабыҙ. Быйыл да милли көрәш еңеүсеһенә тип тәкә тейәп ебәрҙек. Махсус хәрби операция яугирҙәре өсөн йыйылған гуманитар ылауға ла үҙ өлөшөбөҙҙө даими индереп торабыҙ.
Ауыл йүнселе әйтеүенсә, улар бүтәндәрҙең дә эшмәкәрлеген күҙәтә, ҙур хужалыҡтарҙың тәжрибә өлгөләрен өйрәнә. Шулай уҡ республикабыҙҙа, башҡа төбәктәрҙә ойошторолған күргәҙмәләрҙә, семинарҙарҙа ҡатнашырға тырышалар. “Баш ҡалабыҙҙа уҙғарылған агросәнәғәт форумында төрлө яҡтан килгән белгестәр менән осрашып, “түңәрәк өҫтәл”дәрҙә эксперттарҙың фекерҙәрен тыңлап, үҙең өсөн күп нәмә алырға мөмкин. Беҙҙең районда ла фермерҙар күп. Ниндәй генә ауырлыҡтар булмаһын, улар һәр саҡ бер-береһенә ярҙамға килергә әҙер”, – ти эшҡыуар.
Андрей ВДОВИН, Архангел районының бизнес-шәрифе:
– Беҙҙә йүнселдәр эшмәкәрлегенә иғтибар ҙур. Үҙҙәренең бизнес идеяларын тормошҡа ашырырға теләгәндәр өсөн район хакимиәтендә аҙна һайын “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үтеп тора. Был сарала ҡатнашыу ниәтен белдереп, заманса проекттарын тәҡдим иткәндәр араһында йәштәрҙең күплеге айырыуса һөйөнөслө – улар яҙмышын тыуған районы менән бәйләргә, уны үҫтерергә теләй. Республика етәкселегенең тармаҡҡа ярҙамы районда ауыл хужалығы менән шөғөлләнгән йүнселдәрҙең эшен тағы ла нығыраҡ әүҙемләштереп ебәрҙе.
------------------
Крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарына ярҙам саралары – бәләкәй аграр бизнестың тотороҡло үҫеше нигеҙе. Былтыр, мәҫәлән, дәүләт программаларына ярашлы, бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа 416 миллион һумлыҡ ярҙам күрһәтелде. Уның 87 проценты – федераль бюджеттан. Һөҙөмтәлә 96 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты ярҙам алды, улар тарафынан яңы 39 хеҙмәт урыны булдырылды. Был дәүләт булышлығы арҡаһында 80-дән ашыу кеше кооперацияға йәлеп ителде.
-----------------
Крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары өсөн быйыл ташламалы кредит ставкаһы 6,65 процент тәшкил итә. Йүнселдәр был ярҙамдан уңышлы файҙалана. 2020 – 2026 йылдарҙа бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттары ҡыҫҡа ваҡытҡа иҫәпләнгән 23 миллиард һум һәм 12,7 миллиард һум инвестиция кредиты алған. Быйыл аграр бизнесты үҫтереүгә 468,8 миллион һум бүлеү ҡаралған – былтырғыға ҡарағанда 13 процентҡа күберәк. Бынан тыш, дәүләт программаһына ярашлы, фермерҙар тура субсидиялар алыуҙы дауам итә. Былтыр ошондай ярҙам 354 хужалыҡҡа күрһәтелгән, дөйөм суммаһы – 337,5 миллион һум.
------------------
Ауыл хужалығы тармағында эш башлаған махсус хәрби операция яугирҙәре һәм ветерандары өсөн былтыр “Агромотиватор” гранты булдырылды. 2026 йылда был йүнәлеште тормошҡа ашырыуға 30 миллион һум самаһы ҡаралған.
Автор фотолары.
Беҙҙең МАХ-тағы каналға ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan