Иҡтисад
21 Июня , 11:00

Эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн уңайлы мөхит тыуҙырылған

Инвестиция мөхитенең милли рейтингында Башҡортостан алдынғылар рәтендә.

Эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн уңайлы мөхит тыуҙырылғанЭшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн уңайлы мөхит тыуҙырылған
Эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн уңайлы мөхит тыуҙырылған

Июндә, Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында йыл һайын эшҡыуарҙарҙан һорау алыу нигеҙендә Стратегик башланғыстар агентлығы ойошторған Рәсәй төбәктәрендәге инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингы һөҙөмтәләренең презентацияһы үтте.

2025 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан, Сахалин өлкәһе һәм Санкт-Петербург менән бергә уҙған йылдағы позицияһын һаҡлап, өсөнсө урын алды. Рейтингтың беренсе баҫҡысын Мәскәү һәм Татарстан биләй, ә икенсе баҫҡысты Түбәнге Новгород өлкәһе Һәм Мәскәү өлкәһе бүлешә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республика рейтингта 2014 йылда 40-сы урында тора ине, бер йылдан Башҡортостан топ-20-гә инде, 2019 йыл йомғаҡтары буйынса иң яҡшы 10-ау иҫәбенә баҫып, рейтингта туғыҙынсы урынды биләне. 2020 һәм 2021 йылдар йомғаҡтары буйынса республика бишенсе урынды биләне, 2022 йыл өсөн Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында 2023 йыл рейтингында Башҡортостан беренсе тапҡыр дүртенсе урынға күтәрелеп, уны Тула һәм Сахалин өлкәләре менән бүлеште. 2024 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Мәскәү өлкәһе менән бергә өсөнсө урынды алды һәм лидерлыҡты һаҡлап ҡалды.

2026 йылда Милли рейтинг 13 тапҡыр тәҡдим ителә һәм 125 күрһәткесте (88 рейтинг һәм 37 рейтингтан тыш), һигеҙ йүнәлеш буйынса төркөмләнгән 30 факторҙы үҙ эсенә ала.

Быйыл тикшеренеү киңәйтелә һәм яңы тематикалар менән тулыландырыла. Рәсәй Федерацияһының Үҙәк банкы менән берлектә бизнес өсөн финанс инфраструктураһы үҫешен баһалау күрһәткестәре әҙерләнгән һәм рейтингҡа индерелгән. Төбәктәрҙең инновацион үҫеше йәһәтенән айырым күрһәткестәр блогы барлыҡҡа килде. Шулай уҡ быйыл тәүге тапҡыр Милли рейтингтың яңы субиндексы – “Мәҙәни мираҫ объекттарын иҡтисади әйләнешкә йәлеп итеүҙең һөҙөмтәлелеге” иҫәпләнгән.

2025 йылда ла республикала ҙур күләмле инвестиция проекттары тормошҡа ашырыла башланы. Улар төрлө тармаҡтарҙы үҙ эсенә ала. Мәҫәлән, Баймаҡ районында “Утар” ҡунаҡхана комплексы төҙөләсәк. Ошо хаҡта проект былтыр 11 декабрҙә Республика йортонда үткән Башҡортостан Республикаһының инвестиция комитеты ултырышында ҡаралды һәм хупланды. Проектты “Континент” компанияһының генераль директоры Венер Кейекбирҙин тәҡдим итте.

Тәҡдим ителгән концепцияға ярашлы, комплекс үҙ эсенә 100 квадрат метр майҙанлы 10 корпусты, административ бинаны һәм ике тирмәне аласаҡ. Проектҡа инвестицияларҙың дөйөм күләме 50 миллион һум тәшкил итәсәк. Туристик объект төҙөү буйынса башланғыс муниципаль "Эшҡыуарлыҡ сәғәте"на хуплау тапты ла инде. Башҡортостандың үҫеш корпорацияһы инвесторға кәрәкле проект документацияһын әҙерләүҙә ярҙам күрһәтте.

Республика “Инвестиция сәғәте”ндәге фекер алышыу йомғаҡтары буйынса проект өҫтөнлөклө статус алды, был инвесторға төбәк чиновниктары яғынан өҫтәмә өҫтөнлөктәр һәм ярҙам бирәсәк. Проектты тормошҡа ашырыу Баймаҡ районының туристик инфраструктураһын үҫтереүгә Һәм Башҡортостандың был матур мөйөшөнә туристарҙың өҫтәмә ағымын йәлеп итеүгә булышлыҡ итәсәк.

Рәсәй ҡунаҡхана ассоциацияһының Башҡортостан төбәк филиалы етәксеһе Александр Федоров һүҙҙәренсә, республикала һәм башҡа төбәктәрҙә ҡала ситендәге ял йылдан-йыл арта бара. Талҡаҫ күле буйында ҡунаҡхана комплексы барлыҡҡа килеүе лә был территорияға туристарҙы йәлеп итәсәк.

– Сауҙа үткәрмәйенсә ҡуртымға участка бүлеүҙе республика властары яғынан ҙур ярҙам тип атарға мөмкин. Туризм һәм ҡунаҡхана бизнесы өлкәһендәге инвестиция проекттарына төбәктә йыш ҡына өҫтөнлөклө статус бирелә, был компанияларға бер нисә өҫтөнлөккә дәғүә итергә, шул иҫәптән ерҙәрҙе сауҙаһыҙ ҡуртымға алырға мөмкинлек бирә. Был республика властарының ошо өлкәләргә инвесторҙар йәлеп итеүгә генә түгел, ә дөйөм алғанда эске туризм позицияларын көсәйтеүгә лә баҫым яһауы хаҡында һөйләй, — тине Александр Федоров.

Ғөмүмән, 2026 йылдың 28 майына ҡарата Башҡортостанда өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә инвестицияларҙың дөйөм күләме 872,2 миллиард һум тәшкил иткән һәм 29 мең яңы эш урыны булдырылған 395 проект индерелгән.

Дөйөм алғанда, 2018 йылдың октябренән Башҡортостандың Инвестиция комитетының “Инвестиция сәғәте” форматында 191 ултырышы уҙғарылған, уларҙа инвестициялар күләме 1,4 триллион һум тәшкил иткән һәм 100 мең эш урыны булдырылған 802 проект ҡаралған.

 

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

 

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас