Иҡтисад
25 Июнь , 07:15

Иң яҡшы ҡымыҙҙы кем етештерә?

Республика комиссияһы милли эсемлек етештереүселәрҙең эшен баһаланы. Хәҙер беләбеҙ кемдән ҡымыҙ алып эсергә икәнен.

Иң яҡшы ҡымыҙҙы кем етештерә?Иң яҡшы ҡымыҙҙы кем етештерә?
Иң яҡшы ҡымыҙҙы кем етештерә?

Башҡортостан дәүләт аграр университетында II Республика ҡымыҙ һәм ҡымыҙ технологияһы буйынса етештерелгән башҡа әсе һөтлө аҙыҡ-түлек конкурсы булды. Комиссия республиканың 12 районынан 25 етештереүсенең 30 эсемлек өлгөһөн баһаланы.

Эксперттар ҡымыҙҙың сифатын тышҡы күренеше, еҫе, консистенцияһы, төҫө, тәме буйынса билдәләне. Бынан тыш, маркировканың (этикетка) Таможня союзының техник регламенттары талаптарына ярашлылығы тикшерелде.

Конкурс “Тәбиғи ҡымыҙ”, “Өҫтәмәләр ҡушылған әсе һөтлө эсемлектәр” һәм “Ҡымыҙ эсемлеге” номинациялары буйынса үткәрелде.

Тәүге номинация буйынса:

1-се урында – Әлшәй районынан Нәфис Мостафиндың крәҫтиән (фермер) хужалығы,

2-се урында – ошо уҡ райондан Азат Ғарифуллиндың КФХ-һы,

3-сө урын – Баймаҡ районының “Экопродукт” һәм Өфө районының “УралАгро” йәмғиәттәре.

Икенсе номинация буйынса:

1-се урын – Йәрмәкәй районынан Зөбәйер Ғәджиевтең крәҫтиән (фермер) хужалығы,

2-се урын – Баймаҡ районының “Экопродукт” йәмғиәте,

3-сө урын – Баймаҡ районының “Толпар” йәмғиәте.

Өсөнсө номинация буйынса:

1-се урын – Йәрмәкәй районынан Зөбәйер Ғәджиевтең крәҫтиән (фермер) хужалығы,

2-се урын – Баймаҡ районынан “Экопродукт” йәмғиәте.

Еңеүселәрҙе Өфөлә үтәсәк “Һөт иле” Рәсәй фестивалендә бүләкләйәсәктәр.

 

Фотолар: республиканың Ауыл хужалығы министрлығы сайтынан.

 

Иң яҡшы ҡымыҙҙы кем етештерә?
Иң яҡшы ҡымыҙҙы кем етештерә?
Иң яҡшы ҡымыҙҙы кем етештерә?
Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас