Иҡтисад
26 Июнь , 18:45

Заводҡа һаҡсыл технологиялар индерелә

Производствоны оптималләштереү заказдарҙы үтәү ваҡытын ҡыҫҡартасаҡ, продукцияның үҙҡиммәтен кәметәсәк.

Заводҡа һаҡсыл технологиялар индереләЗаводҡа һаҡсыл технологиялар индерелә
Заводҡа һаҡсыл технологиялар индерелә

Өфөләге “Ресталь” металл конструкциялар заводы “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проектының “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” тигән федераль программаһына ҡушылды.

“Производствоны оптималләштереү заказдарҙы үтәү ваҡытын ҡыҫҡартасаҡ, продукцияның үҙҡиммәтен кәметәсәк”, – тип билдәләне Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.

Һаҡсыл технологияларҙы индереү өсөн пилот йүнәлеше итеп кондиционерҙарҙың тышҡы блоктары өсөн кәрзиндәр етештереү процесы һайланған. Кәңәшмәлә эшсе төркөм билдәләнгән, ә хеҙмәткәрҙәр һаҡсыл етештереү нигеҙҙәрен өйрәнә башлаған.

Артабанғы этап – һайланған участканы диагностикалау. Уны тамамлағандан һуң төбәк компетенциялар үҙәге белгестәре завод командаһы менән бергә һаҡсыл етештереү инструменттарын индерә башлаясаҡ. Төбәк компетенциялар үҙәге эксперттары алты ай буйына предприятиела эшләйәсәк. Ошо ваҡыт эсендә улар етештереү ағымдарын  оптималләштерәсәк, ә аҙаҡ уңышлы тәжрибә заводтың башҡа участкаларына таратыласаҡ.

Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” проекты (нацпроект “Эффективная и конкурентная экономика”) бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ үҫешенә йоғонто яһаясаҡ, уның өсөн сәнәғәт, техно- һәм бизнес парктары инфраструктураһын киңәйтәсәк.  Уның маҡсаты – иҡтисадты, финанс баҙарын, конкуренцияны үҫтереү.

Яңы милли проект Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.

Фото: “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы сайтынан.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас