

Бөгөн Башҡортостан юлдаш телеканалында яғыулыҡ менән ағымдағы хәлгә бәйле махсус брифинг үтте. Һорауҙарға вице-премьер – сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев яуап бирҙе. Уның белдереүенсә, әле Башҡортостанда яғыулыҡ дефициты юҡ.
– Хәл ҡатмарлы, әммә бөгөн яғыулыҡ етерлек. Беҙҙең нефть эшкәртеү заводтары дөйөм ил форматында ҡеүәтте 10 процентҡа арттырып эшләй, – тине ул.
Ул бензин заправкаларында шау-шыуҙың иң юғары нөктәһе үткән йома һәм шәмбегә тура килеүен билдәләне, әммә бөгөн хәл тотороҡлана.
– Йома-шәмбе Өфө эсендә һәм райондарҙа 25 ҙур яғыулыҡ ҡойоу станцияларында 800-шәр машина булған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кешеләр канистрҙарға яғыулыҡ тултыра башлай, бер нисә тапҡыр заправкаға инә һәм үҙенә запас йыя. Шуға күрә беҙ канистрҙарҙа бензин һатыуҙы ваҡытлыса тыйҙыҡ. Беҙ Транспорт министрлығы һәм “Башнефть” менән берлектә шәхси нефть трейдерҙары менән эш алып барабыҙ, улар Өфө эсендә лә, республиканың алыҫ райондарына ла яғыулыҡ ташыуға ҡушылыуын теләйбеҙ, — тип билдәләне вице-премьер.
Социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостанда яғыулыҡтың тик дәүләт органдары һәм ашығыс хеҙмәттәр транспорты өсөн генә ҡулланыласағы тураһында таралған мәғлүмәт ысынбарлыҡҡа тап килмәй.
– Был имеш-мимештәр ысынбарлыҡҡа тап килмәй. Бөгөн беҙ алыҫ райондарҙа ашығыс хеҙмәттәр өсөн яғыулыҡ резервы тотабыҙ, әммә был кәрәк булған өсөн эшләнә. Тик беҙ дәүләт структураларына ғына бензин ҡоясаҡбыҙ тигән нәмә юҡ, – тине Александр Шельдяев.
Башҡортостандың ашығыс хеҙмәттәре (ашығыс ярҙам, янғын һүндереүселәр, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса Дәүләт комитеты һәм башҡалар) өсөн яғыулыҡ бүлеү буйынса сикләүҙәр юҡ.
– Мөһим функциялар буйынса эшләгән бюджет учреждениелары өсөн сикләүҙәр ғәмәлдә түгел. Дөйөм алғанда, бензин менән бер ниндәй ҙә глобаль проблемалар килеп сыҡманы. Республиканың өс районында сүп-сар сығарыу менән өҙөклөк осраҡтары булды, әммә хәҙер бындай проблемалар юҡ, – тип билдәләне вице-премьер.
Республика аграрийҙарына яғыулыҡты квоталар буйынса бирәләр һәм республиканың ауыл хужалығы тармағы әүҙем урып-йыйыу кампанияһы осоронда яғыулыҡ менән тәьмин итеү буйынса өҫтөнлөклөләрҙең береһе булып тора, тип белдерҙе Александр Шельдяев.
Шул уҡ ваҡытта ул халыҡты хәл тотороҡланғанға тиклем мотоблоктарҙы һәм триммерҙарҙы ваҡытлыса ҡулланмаҫҡа саҡырҙы.
– Физик шәхестәр өсөн яғыулыҡ биреү буйынса йомшартыуҙар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлегә эшләй алмайбыҙ. Был федераль норма, – тип билдәләне Александр Шельдяев.
Фото: "Башинформ".