Иҡтисад
30 Июнь , 14:15

Һалым хеҙмәттәре – клиенттар өсөн

Был кәңәшмә материалдары һалым хеҙмәттәренең һәм һалым түләүселәрҙең үҙ-ара эш итеү процестарын артабан камиллаштырыу өсөн ҡулланыласаҡ. Тулыраҡ - сайтта:

Һалым хеҙмәттәре – клиенттар өсөнҺалым хеҙмәттәре – клиенттар өсөн
Һалым хеҙмәттәре – клиенттар өсөн

Быйыл 5 – 12 июлдә Өфөлә БДБ илдәренең һалым хеҙмәттәрендә клиенттарға йүнәлтелгәнлек принциптарын тормошҡа ашырыу буйынса эшлекле төркөм кәңәшмәһе була.

Сарала Азербайжан, Әрмәнстан, Беларусь, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Тажиҡстан, Үзбәкстан республикаларының һәм Рәсәйҙең һалым хеҙмәттәре вәкилдәре ҡатнаша. Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, БДБ илдәре һалым хеҙмәттәре етәкселәренең координация советы вәкилдәре, академия һәм эшҡыуарлыҡ вәкилдәре ҡатнашлығындағы панель сессияһында БДБ һалым хеҙмәттәре эшмәкәрлегендә клиенттарға йүнәлтелгәнлек принциптары, заманса һанлы технологиялар һәм башҡалар ҡараласаҡ.  

Был кәңәшмә материалдары һалым хеҙмәттәренең һәм һалым түләүселәрҙең үҙ-ара эш итеү процестарын артабан камиллаштырыу өсөн ҡулланыласаҡ.

Сығанаҡ, фото: Рәсәй Федераль һалым инспецияһының Башҡортостан буйынса идаралығы.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас