Иҡтисад
30 Июнь , 17:30

Дмитрий Двоеглазов Башҡортостан данын яҡлаясаҡ

Уларҙың барыһы ла үҙ эшенең оҫтаһы

Дмитрий Двоеглазов Башҡортостан данын яҡлаясаҡДмитрий Двоеглазов Башҡортостан данын яҡлаясаҡ
Дмитрий Двоеглазов Башҡортостан данын яҡлаясаҡ

Стәрлетамаҡ ҡалаһында торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәткәрҙәре араһында ярыш ойошторолдо. "Һөнәре буйынса иң яҡшыһы" Бөтә Рәсәй конкурсының республика этабында 64 эшсе ҡатнашты.

– "Һөнәре буйынса иң яҡшыһы" конкурсында ҡатнашырға теләк белдереүселәргә "афарин!"дан башҡа һүҙ юҡ, тимәк, уларҙың барыһы ла үҙ эшенең оҫтаһы, – тине Башҡортостан торлаҡ-коммуналь хужалығы министры урынбаҫары Арыҫланбәк Хәйҙәров. – Уңғандар үҫеп килеүсе йәш быуынға бөтә йәһәттән дә өлгө ролен үтәй.

Шулай итеп, Өфө ҡалаһынан Дмитрий Двоеглазов иң оҫта электр монтеры тип танылды, үҙ сиратында, ул Башҡортостан исеменән Бөтә Рәсәй конкурсындағы бәйгелә ҡатнашасаҡ. Шулай уҡ бүтәндәр ҙә төрлө номинацияла еңеүсе тип билдәләнде.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас