

Өфөлә “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Эшҡыуарлыҡ” проекты нигеҙендә “Һалым сәйәсәте 2026 һәм заманса һалым хәүефе: иҫкәртеү һәм һаҡлау” семинары булды. Сарала бөтә республиканан 65 эшҡыуар ҡатнашты.
Семинарҙы Башҡортостан Республикаһындағы Эшҡыуарҙар хоҡуғын яҡлау буйынса вәкил Ирина Абрамова Свердловск өлкәһендәге Эшҡыуарҙар хоҡуғын яҡлау буйынса вәкилдең pro bono publico йәмәғәт эксперты, “Һалымдар һәм финанс хоҡуғы” компаниялар төркөмө етәксеһе Аркадий Брызгалин менән берлектә үткәрҙе.
“Бөгөн эшҡыуарҙарға һалым контроленә ҡараштарҙың нисек үҙгәреүен һәм контроллек итеүсе органдарҙың ҡайһы күрһәткестәргә иғтибар итеүен аңлау мөһим. Ошондай шарттарға бизнес ни тиклем яҡшыраҡ яраҡлашһа, ул үҙ эшен шул тиклем ышаныслыраҡ ҡора, хәүефкә ҡаршы тора, уйланылған ҡарарҙар ҡабул итә ала, - тине бизнес-омбудсмен Ирина Абрамова. – Әлеге осрашыу эксперт менән туранан-тура ғәмәли мәсьәләләрҙе тикшерергә һәм актуаль мәғлүмәт алырға мөмкинлек бирҙе”.
Сара барышында 2026 йылдың тәүге яртыһындағы мөһим һалым ваҡиғалары буйынса фекер алыштылар. Аркадий Викторович иһә хәҙерге һалым ҡануниәте тураһында һөйләне, Рәсәйҙең һалым сәйәсәте үҫешен күҙалланы. Семинарҙа ҡатнашыусылар бизнестың һалым органдары менән эш итеүе, хәҙерге контроль алымдары, финанс-хужалыҡ эшмәкәрлеген баһалау мәсьәләләре тураһында һөйләште.
Фото: БР-ҙағы Эшҡыуарҙар хоҡуғын яҡлау буйынса вәкилдең эшмәкәрлеген тәьмин итеү аппараты.