Иҡтисад
6 Июль , 08:00

"Һалым түләүселәр менән аңлашып эшләргә кәрәк"

Өфөлә БДБ илдәренең һалым белгестәре кәңәшләште.

"Һалым түләүселәр менән аңлашып эшләргә кәрәк""Һалым түләүселәр менән аңлашып эшләргә кәрәк"
"Һалым түләүселәр менән аңлашып эшләргә кәрәк"

Бөгөн баш ҡалалағы “Шератон Плаза” ҡунаҡханаһында БДБ илдәренән килгән белгестәр һалым түләүҙә клиенттарҙы үҙәкләштереү принциптарын индереү буйынса кәңәшләште.

Эш төркөмөнөң кәңәшмәһенән һуң унда ҡатнашыусылар журналистар менән осрашты. Рәсәй Федераль һалым хеҙмәте етәксеһе урынбаҫары Виктор Бациев, БДБ Башҡарма комитетының Иҡтисади хеҙмәттәшлек департаменты директоры Михаил Мыскин һәм Рәсәй Федераль һалым хеҙмәте Ойоштороуҙы үҫтереү һәм ҡулланыу тәжрибәһе идаралығы етәксеһе Алина Ғәлиева ошо принциптарҙы индереү буйынса ниндәй тәҡдимдәр булыуы һәм ҡарарҙар әҙерләнеүе, был саранан ниндәй ғәмәли файҙа көтөлөүе тураһында һөйләне.

“Бөгөн бик фәһемле әңгәмә үткәрҙек. Һалым түләүселәр менән кире бәйләнеште яҡшыртыу, сервис тәҡдим итеү, килгән ялыуҙар һәм бәхәстәрҙе хәл итеү һәм башҡа мәсьәләләр буйынса фекер алыштыҡ, – тине Виктор Валентинович. – Маҡсат – һалым түләүселәр менән үҙ-ара тулыһынса аңлашыу, бөтә булған аңлашылмаусанлыҡтарҙы бөтөрөү. Структураны һәм ҡануниәтте үҙгәртеү кәрәклеге буйынса ла байтаҡ тәҡдимдәр әйтелде. Әлбиттә, теләһә ниндәй иҡтисади йүнәлештәге кеүек үк, бында ла ошо тәҡдимдәрҙе тормошҡа ашырыу ғына етмәй, ә уларҙы ғәмәлдә ҡулланып өйрәнеү ҙә талап ителә”.

Автор фотоһы.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас