Иҡтисад
6 Июль , 12:00

“Витязь” Ҡаҙағстанға юл ала

Ҡаҙағстан – Башҡортостандың төп партнерҙарының береһе, беҙҙең тауар әйләнешендә өсөнсө урынды биләй.

“Витязь” Ҡаҙағстанға юл ала“Витязь” Ҡаҙағстанға юл ала
“Витязь” Ҡаҙағстанға юл ала

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙә мөһим яңылыҡ менән уртаҡлашҡан.

“Был Башҡортостан экспорты өсөн мөһим аҙым. Ишембайҙың “Витязь” предприятиеһы Өфөлә үткән Рәсәй нефть-газ форумында Ҡаҙағстан предприятиеһы менән стратегик хеҙмәттәшлек тураһында меморандумға ҡул ҡуйҙы. Эш “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына ярашлы ойошторола.

Ҡаҙағстан – Башҡортостандың төп партнерҙарының береһе, беҙҙең тауар әйләнешендә өсөнсө урынды биләй. Шуның менән бергә 86,5 проценты экспортҡа тура килә. Машина төҙөлөшө продукцияһы поставкалар структураһында 10,6 процент тәшкил итә, һәм был өлөштө үҫтерергә кәрәк.

Элек Ҡаҙағстанға “Витязь” техникаһы барып етмәне, хәҙер яңы кимәлгә сығабыҙ. Был – продукцияны тура илтеп тапшырыу, сервис, белгестәрҙе уҡытыу, айырым техника быуындарын һәм модулдәрен йыйыу тигән һүҙ.

Был күп ҡатлы эш. Башҡортостан хеҙмәт урындарына эйә була, сәнәғәт кооперацияһын нығыта һәм үҙенең техникаһын стратегик яҡтан мөһим баҙарға сығара”.

Фото: А. Назаровтың сәхифәһенән.

“Витязь” Ҡаҙағстанға юл ала
“Витязь” Ҡаҙағстанға юл ала
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас