

Екатеринбург ҡалаһында “ИННОПРОМ – 2026” халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһендә Рәсәй Федерацияһының Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығының йомғаҡлау коллегияһының ултырышы булып үтте. Сара барышында 2025 йылға Рәсәй субъекттарында сәнәғәт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу һөҙөмтәлелеге рейтингы йомғаҡтары яһалды.
Рәсәй Хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Денис Мантуров билдәләүенсә, эшкәртеү сәнәғәтенең йылдам үҫеше яңы ҡеүәттәр эшләтеп ебәреү, кооперацияны ҡабаттан төҙөү, ябай булмаған иҡтисади шарттарҙа ла бизнесты инвестициялауға әҙер булыуға бәйле.
- Оборона – сәнәғәт комплексы ролен айырым билдәләп үтер инем, унда производство һәм технология базаһын модернизациялау дауам итә. Был туранан-тура дәүләт тарафынан ҡуйылған ағымдағы һәм перспективалағы бурыстарҙы үтәүгә булышлыҡ итә. Оборона сәнәғәте кооперацияһына йөҙәрләгән граждандар предприятиелары йәлеп ителгән. Улар яңы ҡарарҙар үҙләштерә, компетенцияларҙы үҫтерә, үҙҙәренең технология кимәлен күтәрә, - тине Денис Мантуров.
Рәсәй Федерацияһының сәнәғәт һәм сауҙа министры Антон Алиханов һалынған һәр ҡаҙна һумы максималь һөҙөмтә бирергә тейешлеген билдәләне.
Йомғаҡлау коллегияһы сиктәрендә 2025 йылға Рәсәй субъекттарында сәнәғәт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу һөҙөмтәлелеге рейтингы йомғаҡтары иғлан ителде. Уның һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында алдынғылыҡты яуланы. Рәсәй төбәктәре араһында ТОП-5 исемлегенә инде. Бынан тыш Башҡортостан “Иң яҡшы остаз” номинацияһында еңеү яуланы.
“Иннопром-2026” халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһенең эшлекле программаһы бырышында төбәктәрҙе дронификациялау милли рейтингының һөҙөмтәләре барланды. Ул ил субъекттарында пилотһыҙ системаларҙы индереү кимәлен баһалау, был технологияларҙы ҡулланыу менән бәйле хеҙмәттәр баҙарын үҫтереү маҡсатында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса булдырылғайны.
Дронификация рейтингы һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан 3 урын яуланы.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.