

Башҡортостанда махсус хәрби операция биләмәһендә ҡатнашҡан ун меңгә яҡын Ватан һаҡсыһы һәм уларҙың ғаиләһе санаторий-курорт дауаланыуын алған, шуның 1925-е – тап МХО яугирҙәре, ә 7875 кеше һалдаттарҙың яҡындары. Был турала Башҡортостан Премьер-министры урынбаҫары, республикабыҙҙың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттре министры Наталья Полянская хәбәр иткән.
– Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү – өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе, – тине Наталья Полянская. – Ил һаҡсыларының һаулығын нығытыу өсөн уларҙы беҙҙәге шифаханаларға ебәрәбеҙ. "Янғантау", "Ассы", "Красноусольск" һәм башҡа шифаханалар шуға асыҡ миҫапл, бөтәһе 15 шифаханала ял итә улар.
Фото: Башҡортсотан Хөкүмәте.