Иҡтисад
8 Июль , 17:25

Бер ҡасан да һуң түгел

Эшҡыуарҙарға эшҡыуарлыҡ өлкәһендә закондарҙы тәрән белеү мөһим.

Бер ҡасан да һуң түгелБер ҡасан да һуң түгел
Бер ҡасан да һуң түгел

Башҡортостан эшҡыуарлыҡ хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкиллек 2026 йылдың башынан 20 бушлай уҡыуҙар һәм кәңәш биреүгә ҡоролған саралар ойошторған. Уҡыуҙарға 635 эшҡыуар йәлеп ителгән.

– Бөгөн эшҡыуарҙарға эшҡыуарлыҡ өлкәһендә закондарҙы тәрән белеү мөһим, – тине бизнес-омбудсмен Ирина Абрамова. – Эшҡыуарҙарға мөмкин тиклем төплө белем биреүгә ҡоролған сараларҙа эксперттар ҡатнаша, үҙ сиратында уларҙан бөтәһен дә алырға мөмкин.

"Лекторий. Право на бизнес" тигән белем биреү проектында бөтәһе 4 меңдән ашыу эшҡыуар ҡатнашҡан.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас