Иҡтисад
8 Июль , 16:50

Күпер күп йылдар хеҙмәт итер

Әле эштәр артабан да йылдам дауам итә.

Күпер күп йылдар хеҙмәт итерКүпер күп йылдар хеҙмәт итер
Күпер күп йылдар хеҙмәт итер

Баҡалы районының Туҡбирҙе ауылында Ходьяр йылғаһы аша һалынған күпергә капиталь ремонт үткәрелә. Ул "Тормош өсөн инфраструктура" милли проекты нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Оҫталар 41 метр оҙонлоҡтағы ҡоролмала иҫке күперҙе һүтеп ырғытты һәм нигеҙ өсөн свай ҡатты. Әле эштәр артабан да йылдам дауам итә.

Ходьяр йылғаһы аша күпер Кушнаренко – Саҡмағош – Баҡалы автомобиль юлында ята, – ти Башҡортостан траспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова. – Ошонан Өфө – Ырымбур трассааһына сығырға һәм М-12 юлына килергә мөмкин.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас