Иҡтисад
8 Июля , 14:30

Яһалма зиһендең ярҙамы ҙур

Республикабыҙҙың курсына тура килә.

Яһалма зиһендең ярҙамы ҙурЯһалма зиһендең ярҙамы ҙур
Яһалма зиһендең ярҙамы ҙур

Эшҡыуарҙарға ярҙам йөҙөнән Башҡортостан микрокредит компанияһы үҙенең рәсми сайтында яһалма зиһен менән чат-бот урынлаштырҙы.

– Өр-яңы чат-ботты урынлаштырыу һанлы трансформацияға йөҙ борған республикабыҙҙың курсына тура килә, – тине Башҡортостан эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина. – Ул Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тарафынан раҫланған. Ошо стратегия сиктәрендә ведомстволарға яһалма зиһенде индереү йүнәлешен билдәләргә һәм һанлы трансформация программаһын индерергә ҡушылды.

Башҡортостан микрокредит компанияһы директоры Олег Могильников әйтеүенсә, чат-бот эшҡыуарҙарҙы тәүлек әйләнәһенә ярҙамынан өҙмәй.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас