Иҡтисад
9 Июль , 04:45

Башҡортостанда пилотһыҙ аппараттар менән идара итеү буйынса конкурс уҙғарыла

Сара бөтә төбәктән уҡыусыларҙы һәм студенттарҙы берләштерә

Башҡортостанда пилотһыҙ аппараттар менән идара итеү буйынса конкурс уҙғарылаБашҡортостанда пилотһыҙ аппараттар менән идара итеү буйынса конкурс уҙғарыла
Башҡортостанда пилотһыҙ аппараттар менән идара итеү буйынса конкурс уҙғарыла

Башҡортостанда 9-10 июлдә "Дрон-рейсинг" пилотһыҙ осоу аппараттарын идара итеү оҫталығы буйынса конкурс уҙғарыла. Уны “Пилотһыҙ авиация системалары” милли проекты ярҙамында ойошторалар, тип хәбәр иттеләр республиканың Сәнәғәт һәм энергетика министрлығынан.

Сара бөтә төбәктән уҡыусыларҙы һәм студенттарҙы берләштерә. Уларға пилотһыҙ авиация системаларын ауыл хужалығында ҡулланыу буйынса белемен һәм практик күнекмәләр күрһәтергә кәрәк. Ҡатнашыусылар ике этапта һынау тота. Беренсеһендә улар агромониторинг буйынса заданиеларҙы үтәргә, ауыл хужалығы культураларының торошон анализларға һәм осоу миссияһын планлаштырырға тейеш. Икенсе этап практик осоуҙы үҙ эсенә ала. Ҡатнашыусылар Geoscan "Пионер" дронын идара итәсәк һәм махсус әҙерләнгән трассала заданиелар үтәйәсәк.

"Пилотһыҙ авиация системалары" милли проекты (национальный проект "Беспилотные авиационные системы") ярҙамында граждандар пилотһыҙ аппараттары булдырыла һәм ҡулланыла.

Иғтибар үҙәгендә — дрондар һәм уларға кәрәкле ҡорамалдарҙы эшләү, стандартлаштырыу һәм сериялы сығарыу, шулай уҡ бындай ҡоролмалар етештереү буйынса белгестәрҙе өҙлөкһөҙ әҙерләү системаһын үҫтереү. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас