

Башҡортостан халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте әүҙем үҫтерә. Республиканың тышҡы иҡтисади стратегияһы киткәндәр урынына яңы мөмкинлектәр эҙләү принцибына ҡорола: әгәр бер ишектәр ябыла икән, икенселәре асыла.
2025 йыл йомғаҡтары буйынса, Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнеше 3,73 миллиард АҠШ доллары тәшкил итте. Партнерлыҡ географияһы 114 илгә тиклем киңәйә, был 2024 йылғы күрһәткестән 12,9 процентҡа күберәк. Төп контрагенттар булып яҡын һәм алыҫ сит илдәр ҡала: Ҡытай, Төркиә, Ҡаҙағстан, Һиндостан, Үзбәкстан, Беларусь һәм Ҡырғыҙстан.
Башҡортостан властары сит илдәргә рәсми сәфәрҙәр менән йөрөүен дауам итә. Былтыр ғына ла шундай 20 сара ойошторолған. Бындай осрашыуҙар хеҙмәттәшлекте тәрәнерәк өйрәнергә һәм үҫтерергә мөмкинлек бирә. Байтаҡ делегацияларға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙе етәкселек итә.
Быйыл да ошондай рәсми сәфәрҙәр дауам итә. Күптән түгел Башҡортостан Башлығы етәкселегендәге республика делегацияһы Абхазияла булып ҡайтты. Эшлекле программа сауҙа-иҡтисади һәм гуманитар мөнәсәбәттәрҙе нығытыуға йүнәлтелде.
Башҡортостан ҡатнашҡан Сухум яр буйын реконструкциялау хеҙмәттәшлектең төп һөҙөмтәләренең береһе булды. Проект федераль кимәлдә юғары баһа алды ла инде. Рәсәй Президенты Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Сергей Кириенко Башҡортостандың был эштәге өлөшөн билдәләне, яңыртылған яр буйы туристарҙы йәлеп итеүҙең яңы нөктәһе буласаҡ һәм Абхазия иҡтисады үҫешенә импульс бирәсәк, тине. Бындай баһа төбәктең сәйәси статусы өсөн ҙур әһәмиәткә эйә.
Радий Хәбиров яңыртылған Диоскурҙар яр буйы менән үҙе танышты. Объектты Рәсәй төбәктәре, шул иҫәптән Башҡортостан булышлығында төҙөкләндергәндәр. Проект ил Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса 2025 йылдың сентябрендә ҡул ҡуйылған килешеүгә ярашлы тормошҡа ашырыла. Радий Хәбиров Башҡортостандың ярҙамға мохтаж биләмәләргә булышлыҡ итеүен билдәләне.
– Абхазия етәкселеге Диоскурҙар яр буйын төҙөкләндереүҙә ярҙам һорап мөрәжәғәт иткәс, ыңғай яуап бирҙек. Был еңел булмаған, күләмле эш, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ был маҡсатҡа бюджеттан тыш сығанаҡтар таптыҡ. Предприятиеларға мөрәжәғәт иттек, улар ярҙам күрһәтә алды. Бөгөн ошо уртаҡ тырышлыҡтың һөҙөмтәһен күрҙек.
Сәфәрҙең иң мөһим ваҡиғаһы – Абхазия Президенты Бадра Гунба менән осрашыу. Унда халыҡ-ара иҡтисади бәйләнештәрҙе нығытыу, шулай уҡ туризмды, гуманитар хеҙмәттәшлекте үҫтереү мәсьәләләрен тикшерҙеләр.
– Абхазия менән Башҡортостан араһында бәйләнеш күптән үҫешә. Беҙҙең дуҫлыҡ, етди мәҙәни платформа үҙ-ара хеҙмәттәшлек өсөн кәрәкле шарттар тыуҙыра. Башҡортостан менән сауҙа әйләнеше лә яҡшы, – тине Бадра Гунба.
Радий Фәрит улы иҡтисади бәйләнештәрҙе үҫтереү һәм кешеләрҙең йәшәү кимәлен яҡшыртыу өсөн яңы мөмкинлектәр эҙләү мөһим тигән фекерҙә. “Сухум” халыҡ-ара аэропортының яңыртылған аэровокзал комплексы, шулай уҡ Өфөнән Абхазияның баш ҡалаһына тура рейстар асыу - туристар ағымын киңәйтеү өсөн етди фактор. Бынан тыш, “Башҡорт-абхаз оҙон ғүмерлелеге” программаһын өҫтәмә финанслау тураһында ҡарар ҡабул ителгән.
Осрашыу барышында яҡтар тауар әйләнешен арттырыу, Башҡортостанда иҡтисад һәм социаль өлкә, атап әйткәндә, һаулыҡ һаҡлау өсөн профессиональ кадрҙар әҙерләү тураһында фекер алышты. Абхазия Президенты, Башҡортостандан килгән медицина белгестәре юғары квалификацияға эйә, улар Абхазияның һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында уңышлы эшләй, тип өҫтәне.
Президент Бадра Гунба менән һөйләшеүҙәр күрһәтеүенсә, хеҙмәттәшлек протокол осрашыуҙары сиктәренән сығып, иҡтисадты, инфраструктураны, транспортты, гуманитар проекттарҙы үҙ эсенә ала.
– Рәсәй Федерацияһы өсөн Абхазия Республикаһы – Ҡара диңгеҙ буйының Төньяҡ Кавказ районында бик мөһим стратегик партнер. Һәм, әлбиттә, уға ярҙам итеү илебеҙ өсөн тышҡы сәйәси эшмәкәрлектең бик мөһим элементы булып тора, – тине Радий Хәбиров. – Бөгөн Абхазия ауыр һуғыштан һуң яңырыу осорон кисерә. Иҡтисадтың, туристик инфраструктураның үҫешен күҙәтәбеҙ. Был илдең ҙур байлығы – диңгеҙ, климат һәм дауалау шарттары. Шуға күрә беҙ Башҡортостан халҡының ялын ойоштороу өсөн ике яҡлы бәйләнештәр булдырабыҙ. Һәм, әлбиттә, бергәләп тауар әйләнешен арттырыу өҫтөндә эшләйбеҙ.
Дмитрий ОРЛОВ, Сәйәси һәм иҡтисади коммуникациялар агентлығының генераль директоры:
– Бөгөн төбәк етәкселәренән үҙ субъекттары эсендә һөҙөмтәле эш кенә түгел, ә дөйөм милли кимәлдәге мөһим проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашыуҙарын да көтәләр. Радий Хәбировтың Абхазияға сәфәре Башҡортостандың ошо эште ышаныслы алып барыуын күрһәтә. Тарихи күсәгилешлеккә баҫым яһау айырыуса мөһим. Һөйләшеүҙәр барышында Бадра Гунба республикалар араһындағы мөнәсәбәттәрҙең нигеҙен Абхазияның беренсе Президенты Владислав Ардзинба һәм Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов һалғанын иҫкә төшөрҙө. Күсәгилешлеккә таяныу тарихҡа хөрмәт кенә түгел. Радий Хәбиров өсөн был иң яҡшы традицияларҙы һаҡлаған һәм үҫтергән етәксе образы, ул эште буш урындан башламай, ә дауам итә. Был алым партнерҙарҙың да, федераль үҙәктең дә ышанысын нығыта.
Сәфәрҙең ғәмәли һөҙөмтәләре лә һиҙелә. Өфө менән Сухум араһында тура авиарейс асылды, Абхазияға Башҡортостан продукцияһын ебәреүҙе киңәйтеү һәм урындағы ауыл хужалығы тауарҙарын импортлау тикшерелә. Ижади коллективтар менән алмашыу дауам итә, гуманитар хеҙмәттәшлек үҫешә. Бындай проекттар бер үк ваҡытта иҡтисадҡа ла, төбәк имиджына ла эшләй.
Радий Хәбировҡа Абхазияның дәүләт наградаларының береһе – II дәрәжә “Ахьдз-Апша” орденын тапшырыу мөнәсәбәттәрҙе нығытыуҙың тағы бер символы булды. Был факторҙар йыйылмаһы оҙайлы һөҙөмтә барлыҡҡа килтерә.
Абхазияға сәфәр – бер тапҡыр үткәрелгән сәйәси акция түгел, ә партнерлыҡ бәйләнештәрен эҙмә-эҙлекле нығытыу. Ул Башҡортостандың республика ғына түгел, ә тотош ил өсөн әһәмиәтле гуманитар, инфраструктура һәм иҡтисади проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа ҡатнаша алырлыҡ төбәк булараҡ позицияһын нығыта.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.