Иҡтисад
14 Июля , 11:30

Конкурста ҡатнашып, аҡса оторға була

Был йәһәттән Башҡортостандың уңышлы тәжрибәһе бар. 

Конкурста ҡатнашып, аҡса оторға булаКонкурста ҡатнашып, аҡса оторға була
Конкурста ҡатнашып, аҡса оторға була

16 июлгә тиклем “Росмолодежь. Гранты “Микрогранттар” Бөтә Рәсәй конкурсына ғаризалар ҡабул итеү бара. Унда 14 йәштән 35 йәшкә тиклемге Рәсәй һәм Абхазия Республикаһы граждандары ҡатнаша ала. Был турала “Милли өҫтөнлөктәр” автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы хәбәр итә.

Унда еңеүселәр үҙҙәренең социаль башланғыстарын тормошҡа ашырыу өсөн 300 мең һумға тиклем аҡса алыу мөмкинлегенә эйә. Был конкурс “Йәштәр һәм балалар” милли проектының (национальный проект “Молодежь и дети”) “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” федераль проектына ярашлы башҡарыла.

Был конкурс 18 йүнәлеш буйынса проекттарҙы тормошҡа ашырыуға финанс ярҙам алыу мөмкинлеген бирә. Ул йәштәр мәшғүллегенән һәм бәләкәй биләмәләрҙе үҫтереүҙән алып, экологик белем биреү, спортты популярлаштырыу, тарихи хәтерҙе һаҡлау, ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуға тиклем ҡағыла. Гранттың минималь күләме – биш мең һум, иң ҙуры 300 мең һум тәшкил итә. Ҡатнашыусыларға отчет документацияһының ябайлаштырылған системаһы ҡаралған.

Башҡортостанда был конкурс йәһәтенән уңышлы тәжрибә тупланған.

 

Автор фотоһы.

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас