Иҡтисад
14 Июля , 09:45

Һөнәри байрам юбилейын билдәләне

Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министрлығы киң мәғлүмәт саралары өсөн төҙөүселәрҙең һөнәри байрамы юбилейына арналған осрашыу үткәрҙе. Темаһы - «Башҡортостандың киләсәген булдырғанда: төҙөлөш комплексы Төҙөүселәр көнөнөң 70 йыллығы алдынан».

Һөнәри байрам юбилейын билдәләнеҺөнәри байрам юбилейын билдәләне
Һөнәри байрам юбилейын билдәләне

Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы киң мәғлүмәт саралары өсөн төҙөүселәрҙең һөнәри байрамы юбилейына арналған осрашыу үткәрҙе. Темаһы - «Башҡортостандың киләсәген булдырғанда: төҙөлөш комплексы Төҙөүселәр көнөнөң 70 йыллығы алдынан».

Сара бөгөн, 14 июлдә, «Һөнәре буйынса иң яҡшыһы» Бөтә Рәсәй һөнәри оҫталыҡ конкурсының төбәк этабын уҙғарыу майҙансығында – Өфө ҡалаһының Зәйнәб Биишева урамында төҙөлөп ятҡан "Пьермонт" торлаҡ комплексында - «Иң яҡшы ташсы» номинацияһында ойошторолдо.

Тәүҙә, традицияға ярашлы, Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Артем Ковшов, ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ольга Кабанова, Өфөнөң Киров район хакимиәте башлығы Илвир Нурдәүләтов кирбестән стена һалыу өлгөһөн күрһәтте. Артабан бәйгегә килгән 18 компания вәкилдәре һөнәри оҫталыҡ буйынса ярышты – бирелгән ҡағыҙ схемаға ярашлы ташсы эшен башҡарҙы.

Бәйге тамамланғас, журналистар менән осрашыуҙа Артем Ковшов төҙөлөш тармағындағы хәл буйынса аңлатма бирҙе, тармаҡтың заман талаптарына нисек яраҡлашыуы тураһында һөйләне; баш ҡаланың һәм республиканың ҡала төҙөлөшө перспективалары, шулай уҡ кадрҙар потенциалы һәм төҙөлөш комплексына ярҙам итеү мәсьәләләре менән таныштырҙы.

Осрашыуҙа шулай уҡ "Росреестр"ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Петр Клец, "HART Develoрment" компанияһының генераль директоры Рауил Хәлилов һәм башҡалар ҡатнашты, улар төҙөлөш ойошмалары һәм граждандар өсөн Милли киңлек системалары, төҙөлөшкә ҡағылышлы ҡануни үҙгәрештәр тураһында һөйләне.

 

Автор фотоһы.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас