

Әбйәлил районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Рәсәй Геройы Тамерлан Илһамовтың һәйкәленә сәскәләр һалды. Тантанала Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, геройҙың әсәһе Айгөл Милләт ҡыҙы һәм өләсәһе Сара Сабит ҡыҙы, яугирҙың яҡындары һәм яҡташтары ҡатнашты.
- Ватанды һаҡлаған геройҙар хаҡында хәтер һаҡлау беҙҙең өсөн оло хөрмәт һәм яуаплылыҡ. Бында ысын илһөйәрҙәр йәшәй, Әбйәлил районынан байтаҡ егеттәр махсус хәрби операция биләмәһендә. Герой Тамерлан Илһамовтың ҡаһарманлығы илһамландыра, беҙ ошо хәтерҙе тапшырырға, ысын батырлыҡ өлгөләре һәм хәрби бурысҡа тоғролоҡ хаҡында һөйләргә тейешбеҙ. Геройҙың ата-әсәһенә Ватаныбыҙҙың лайыҡлы улы өсөн рәхмәт, - тине Андрей Назаров тантана ваҡытында.
Тамерлан Илһамов Асҡар ауылында тыуған, Таһир Күсимов исемендәге гимназияла уҡыған, 2012 йылда армияға киткән, 2014 йылда контрактҡа ҡул ҡуйған. Параллель рәүештә Серновод аграр-технологик колледжын тамамлаған (2019). Сүриәлә хәрби бурыстарын башҡара, “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнә.
2022 йылдың июлендә уның етәкселегендә ракетаға ҡаршы һуғышта дошмандың 9 ракетаһы тар-мар ителә. Үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исеменә лайыҡ була.
Тамерлан Илһамов тураһында иҫтәлек төбәк өсөн ҙур әһәмиәткә эйә: ул йәштәргә патриотик тәрбиә биреүҙең һәм тарихи хәтерҙе һаҡлауҙың мөһим өлөшө булып тора. Һәйкәлгә сәскә һалыу хәрби бурысын үтәгәндә ҡыйыулыҡ һәм фиҙаҡәрлек күрһәткән яҡташыбыҙҙың батырлығына хөрмәт һәм рәхмәт билдәһе булды.
Шулай уҡ Хөкүмәт ағзалары Асҡар ауылында яңыраҡ асылған “Ватан-әсә” һәйкәлендә һәм Дан аллеяһында булды.
Сығанаҡ: БР Хөкүмәте сайтынан