

Башҡортостан юлдаш телеканалының тура эфирында һәм Республикаға идара итеү үҙәгенең социаль селтәрҙәрендә үткән брифингта бөгөн дә Башҡортостандың яғыулыҡ баҙарындағы мөһим мәсьәләләр күтәрелде.
Бөгөн тура эфирҙа һорауҙарға Башҡортостандың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры урынбаҫары Олег Тыщенко асыҡлыҡ индерҙе.
- Яғыулыҡ буйынса хәл ҡатмарлы ҡала, ләкин контролдә тотола. Дөйөм алғанда, яғыулыҡ күләме бар, әммә эре селтәрҙәр яғыулыҡты һәр ваҡыт алып барып өлгөртмәй. Бензин ташыу машиналары ла ҙур күләмгә көйләнмәгән, - тине ул.
Яғыулыҡҡа ҡағылышлы һорауҙар күп булды. Мәләүез тарафтарынан яңғыраған һорауҙа мотоблок, триммер кеүек ҡорамалдар өсөн дә бензин кәрәклеге, ләкин канистрҙа бирелмәүенә борсолоу белдерелде.
Олег Тыщенко был йәһәттән оператив штаб ҡарары менән канистрҙа бензин биреү тыйылыуы тураһында әйтте. Бер аҙ түҙемле булырға саҡырҙы, хәл-торош яҡшырыу менән бензинды канистрҙа биреү рөхсәт ителәсәгенә ышаныс белдерҙе.
Һорауға тулы яуап итеп бензинды канистрҙа оҙаҡ һаҡлауҙың уның сифатына кире йоғонто яһауы тураһында ла иҫкәртте.
Бөтә төр яғыулыҡҡа бер сираттың уңайлы булмауы, был мәсьәләне хәл итеү юлдары менән дә ҡыҙыҡһындылар. Студия ҡунағы был мәсьәләне еңеләйтеү маҡсатында Өфөлә 2-3 заправка станцияһын дизель яғыулығына көйләргә, тигән тәҡдимен әйтте, быға халыҡтың фекере нисек булыуы ла уны ҡыҙыҡһындырҙы.
- Байтаҡ автомобилдәр дизель яғыулығына көйләнгән. Улар 92-се, 95-се төр бензинға торған машиналар сиратында көтөргә мәжбүр, - тип үҙенең тәҡдимен индерҙе.
Тура бәйләнешкә бөгөн Күмертау ҡалаһы башлығы Олег Астахов сыҡты. Был Күмертауҙан һорауҙарҙың күп булыуына ла бәйле ине.
Ул ҡалала хәлдең көсөргәнешле булыуын билдәләне. Элек тәүлегенә 3 тонна бензин етһә, әле 12 тонна бензиндың да 6 сәғәттә тамамланыуы тураһында әйтте. Йәйге осорҙа сит тарафтарҙан килеүселәрҙең күп булыуын да иғтибарға алды. Водителдәрҙең был проблеманы аңлап ҡабул итеүҙәрен, тиҙҙән хәлдең яҡшырасағына ышаныста булыуҙарын белдерҙе.
Төрлө райондарҙан борсолоулы мөрәжәғәттәр булды. Мишкә районына бөгөн бензин килтергәндәр, “сират ҙур, ҡасан хәл яҡшырыр”, тигән һорау уҡылды. Барлыҡ райондарға ла был йәһәттән ярҙам итергә тырышыуҙары тураһында яуап яңғыраны.
“Килеп тыуған хәл менән бәйле, бензин сифаты насарайманымы?” тигән һорау ҙа күптәр өсөн мөһимдер. Олег Тыщенко был йәһәттән бензин сифатын тейешле кимәлдә тотоуҙары тураһында әйтте.
Фото: Республикаға идара итеү үҙәге.