

Ил эсендә яғыулыҡ хәлен тотороҡландырыу буйынса әүҙем эш алып барыла. Билдәле булыуынса, Рәсәй Президенты Владимир Путин күптән түгел ошо көнүҙәк мәсьәлә буйынса махсус кәңәшмә лә үткәргәйне. Етәксе ошо тармаҡтағы бөтә кәрәкле ведомстволар һәм хеҙмәттәрҙең яғыулыҡ буйынса эшен шәхсән контролдә тота.
“Иң ҙур нефть эшкәртеү заводтарының ҡеүәте максималь кимәлдә ҡулланыла. Урта һәм бәләкәй предприятиеларҙың көсө лә йәлеп ителде. Шулай уҡ ағымдағы ремонт ваҡыттары ҡыҫҡартылды, ә планлылары һуңыраҡ осорға күсерелде”, – тип хәбәр итте Владимир Путин.
Башҡортостанда хәлде контролдә тотоу өсөн республика оператив штабы булдырылыуы тураһында хәбәр иткәйнек. Нефть эшкәртеү заводтары әле штатлы режимда эшләй. Хатта һатыуға ебәрелә торған яғыулыҡ күләмен 1,5 тапҡырға арттырҙылар.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә логистиканы дөрөҫ көйләргә, шулай уҡ ажиотаж сәбәпле хаҡтарҙы ныҡ күтәргән АЗС-тарҙың эшен тикшерергә ҡушты.
Хәлде оператив хәл итеү өсөн штаб булдырылды, ә төбәк властары нефть компаниялары менән берлектә кәрәкле саралар күрә. Яғыулыҡ биреүгә сикләүҙәр индереү планлаштырылмай.
Александр ШЕЛЬДЯЕВ, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры:
– Предприятиеларҙа булған бөтә яғыулыҡ та заправкаларға ташыла. Ҡайһы бер ерҙә бензовоздар етмәүен иҫәпкә алып, шәхси техника ла яллайбыҙ. Ошондай яһалма ажиотаж сәбәпле сираттар барлыҡҡа килде. Ҡайһы бер ерҙә яғыулыҡҡа ҡытлыҡ бар, әммә тағы ла ҡабатлайым: предприятиелар тотороҡло эшләй, бөгөн яғыулыҡ бар.
Бөгөн беҙҙең автозаправка станцияларында кешеләр ҙә, ойошмалар ҙа яғыулыҡ ала. Бер ниндәй ҙә сикләү юҡ, шуға күрә, уйлауымса, яҡын арала барыһы ла тейешле хәлгә килер, ҡайһы бер урындарҙа яғыулыҡ станциялары һанын арттырырбыҙ һәм нормаль эш режимына инербеҙ”.
Фото: Башҡортостан Сәнәғәт, энергетика һәм инновацилар министрлығы.