

13 - 15 августа Сибай ҡалаһында "Урал аръяғы" VIII Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы үтә. Унда федераль һәм төбәк власть органдары вәкилдәре, эшҡыуарҙар, инвесторҙар, эксперттар, шулай уҡ Берләшкән Милләттәр Ойошмаһынан, сит илдәрҙән делегациялар ҡатнашасаҡ.
"Еңеү иҡтисады" пленар ултырышы эшлекле программаның төп ваҡиғаһы буласаҡ. Унда республика Башлығы Радий Хәбиров һәм Стратегик башланғыстар агентлығы генераль директоры Светлана Чупшева ҡатнашасаҡ.
Форумдың планында - ауыл-ҡалаларҙы үҫтереү һәм инвестиция режимы буйынса тематик сессиялар, шулай уҡ МХО ветерандары өсөн "ӨЙҘӘ бизнес" республика эшҡыуарҙар программаһына старт биреү, "Йәшмә йөрәге" халыҡ-художество кәсептәре фестивале.
- "Урал аръяғы" инвестиция һабантуйы Башҡортостан иҡтисадын яңы кимәлгә сығара. Беҙ Төркиәнең, Фарсы ҡултығының, Көньяҡ-Көнсығыш Азияның эшлекле аудиторияһы тарафынан ҡыҙыҡһыныу күрәбеҙ - был миллиардлаған һум менән баһаланған күп килешеүҙәргә нигеҙ. Һабантуйҙа булдырыласаҡ хеҙмәттәшлек иҡтисад тармағында ҡына түгел, мәҙәниәт өлкәһендә лә ике ара күпер буласаҡ, халыҡ-ара даирәлә республиканың ышаныслы партнер булараҡ имиджын күтәрәсәк, - тип билдәләне тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.
Форумда республиканың сәнғәт әһелдәре, саҡырылған коллективтар сығыш яһаясаҡ. Шулай уҡ ҡунаҡтар өсөн ижади индустриялар аллеяһы ойоштороласаҡ. Сараның ойоштороусылары - Стратегик башланғыстар агентлығы һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте.
Сығанаҡ: https://resbash.ru/news/localnews/2026-07-21/v-bashkirii-proydyot-vserossiyskiy-investitsionnyy-sabantuy-zauralie-2026-4758003