

Башҡортостан юлдаш телеканалының тура эфирында һәм Республикаға идара итеү үҙәгенең социаль селтәрҙәрендә барған брифингта Башҡортостандың яғыулыҡ баҙарындағы хәлдәр торошо тикшерелә.
Бөгөн тура эфирҙа Башҡортостандың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры урынбаҫары Эдуард Мостафин ҡатнашты, халыҡтың һорауҙарына яуап бирҙе.
Башҡортостанда яғыулыҡ етештереү артһа ла, уны ҡулланыу күләме лә ҙурая. Ваҡ заправкалар эшләп китһә, был әлеге сираттарҙың ҡыҫҡарыуына булышлыҡ итәсәк.
Заправкалар бөгөн көсөргәнештә эшләй. Шуның арҡаһында ватылыу осраҡтары килеп сыҡмаймы, тигән һорау яңғыраны брифингта.
-Техника булғас, төрлө хәлдәр килеп тыуа. Кисә Асҡын районында заправкала техник сәбәптәр арҡаһында ҡатмарлыҡ булып алды. Персонал уны тиҙ арала хәл итте, - тине Эдуард Мостафин.
Райондарҙағы хәл - торошто асыҡлау маҡсатында бөгөн тура бәйләнешкә Мишкә районы хакимиәте башлығы Лариса Александрова сыҡты.
- Сират һаман да һаҡлана. Мишкә районы Ҡариҙел йүнәлешендә транзит юлда урынлашҡан. Ял итеүселәр ҙә беҙҙән күп үтә. Айырыуса ял көндәрендә заправкаларҙа яғыулыҡ бик тиҙ бөтә.
Беҙҙе борсоған тағы ла бер проблема бар. Махсус техниканы заправкалау буйынса ауырлыҡтар юҡ. Ә бына ауылдарҙағы ирекле янғын һүндереү командаларына яғыулыҡ кәрәк. Беҙҙә 14 янғын һүндереү командаһы иҫәпләнә, уларҙа 19 берәмек техника бар. Быға тиклем көндәр ямғырлы торҙо, хәҙер эҫетте. Шуға төрлө хәлдәргә алдан әҙер булырға кәрәк, - тине Мишкә районы хакимиәте башлығы.
Был үтенесте министр урынбаҫары иғтибарға алды.
Райондарҙан һорау биреүселәр байтаҡ ине. Хәйбулланан яҡташыбыҙ икенсе тәүлек бензин булмауына борсолоу белдерҙе. Бөгөн үк был тарафҡа бензовоз юлланасағы хәбәр ителде.
Брифингта туризм йүнәлешле яҡтарға ҙур иғтибар биреү тураһында ла һүҙ барҙы.
-Был аҙнала Бөрйән районында ҙур саралар көтөлә. Унда автомобилдәр күпләп юлланасағын да аңлайбыҙ. Улар уңайлы итеп йөрөп ҡайтһын өсөн тырышасаҡбыҙ, - тине министр урынбаҫары.
Ял көндәрендә бензинға ихтыяж артыуын күҙ уңында тотоп, водителдәргә үҙҙәренең маршруттарын алданыраҡ уйлап хәстәрләргә лә саҡырҙы белгестәр.
Фото: Республикаға идара итеү үҙәгенән.