Иҡтисад
22 Июля , 12:00

22 июль: Бензинға бәйле хәл-торош нисек?

Ни өсөн Саҡмағошта бензинға лимит – 20 литр? Йылайырҙа, Асҡында хәлдәр нисек? Хәйбуллаға бензовоздар ҡасан барып етәсәк? Инвалид балаларҙың ата-әсәләре автомобиленә сиратһыҙ рәүештә яғыулыҡ ҡоя аламы? Ошо һәм башҡа һорауҙарға бөгөн үткән брифингта яуап бирҙеләр. 

22 июль: Бензинға бәйле хәл-торош нисек?22 июль: Бензинға бәйле хәл-торош нисек?
22 июль: Бензинға бәйле хәл-торош нисек?

 

22 июль: Бензинға бәйле хәл-торош нисек?

Башҡортостан юлдаш телеканалында Башҡортостандың яғыулыҡ баҙарындағы хәл-торошҡа арналған көндәлек брифинг дауам итә. Был йәһәттән республикала булдырылған оператив штаб та әүҙем эшләй: ул тәүлек әйләнәһенә яғыулыҡ ҡойоу станцияларындағы сираттарҙы, уларҙа бензиндың булыу-булмауын күҙәтеү аҫтында тота.

Бөгөнгө брифингта Башҡортостан Республикаһының сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры урынбаҫары Эдуард Мостафин һәм Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов ҡатнашты һәм хәл-тороҡа аңлатма, халыҡтың һорауҙарына яуап бирҙе.

Яғыулыҡ ҡойоу станцияларында хәл бер аҙ тотороҡлана, тип белдерелде брифингта. Өфөлә 31 заправканы тикшереү һөҙөмтәһендә 700 самаһы машинаның сиратта тороуы асыҡланған. Бер генә заправка булған 14 районда ҙур сираттар һаҡлана.

Йылайырға бензин ебәрелгән

Бөгөнгө көн иртәһенә яғыулыҡһыҙ ҡалған Йылайыр районында әлеге ваҡытта ике яғыулыҡ ҡойоу станцияһы эшләй. Был хаҡта БР сәнәғәт министры урынбаҫары Эдуард Мостафин белдерҙе. АЗС-тарҙың береһе тик ашығыс хеҙмәттәр машиналарын ғына бензин менән тәьмин итә, ә дизель барыһына ла һатыла. Икенсе АЗС ғәҙәти режимда эшләй. Районға бөгөн тағы бер бензовоз килә, тип өҫтәне министр урынбаҫары.

Ни өсөн Саҡмағошта бензинға лимит – 20 литр?

Брифингта “Бөтә республикала яғыулыҡҡа лимит 30 литр тип билдәләнгәндә, ни өсөн Саҡмағошта ул 20 литр?” тигән һорау яңғыраны. Власть вәкилдәре был һорауҙы айырым контролгә алып, хәлгә асыҡлыҡ индерергә вәғәҙә бирҙе.

Инвалид балаларҙың ата-әсәләре автомобиленә сиратһыҙ рәүештә яғыулыҡ ҡоя аламы?

Эйе, был рөхсәт ителә, сөнки законға ярашлы уларҙың быға хоҡуғы бар. Бының өсөн АЗС операторына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Оператор водителде колонкаға сиратһыҙ саҡыра.

Ни өсөн Дим биҫтәһендә көндөҙ бөтә заправкалар ҙа ябыла?

Был дөрөҫлөккә тап килмәй, тип билдәләнеләр брифингта. Властар биҫтәләге иң ҙур заправканы тикшергән: 12:00 сәғәттә ул яғыулыҡ ҡабул итеүгә ябылған, ә башҡа заправкаларҙа тиҙҙән бензин буласаҡ. Дим биҫтәһендә бик күп кеше йәшәй, шуға күрә бензин заправкаларына йөкләмә лә ҙур.

Брифингта шулай уҡ Бөрө, Хәйбулла райондары, Ишембай, Сибай, Салауат ҡалаларындағы хәлдәргә ҡағылышлы һорауҙар бирелде. Эксперттар, ысынлап та, ҡайһы бер урындарҙа хәлдең әлегәсә ҡатмарлы булыуы, хәл-торошто үҙгәртеү өсөн барыһын да эшләргә тырышыуҙары хаҡында әйтте һәм халыҡты сабыр итергә саҡырҙы. Мәҫәлән, Хәйбулла районына бензовоздар иртәгә юлланасаҡ, тинеләр.  

Асҡында хәлдәр нисек?

Брифингта һыу баҫыуҙан зыян күргән Асҡын районындағы хәлдәргә лә туҡталып үттеләр. Һыу кимәле кәмей. 107 һыу баҫҡан ихатанан һыу киткән. Иң ҡурҡынысы артта ҡалды, йылға үҙәненә кире ҡайтты, тине эксперттар. Ҡотҡарыусылар ауыл халҡына йорттарҙан һыуҙы һурҙырырға ярҙам итә. Халыҡ үҙен тыныс тота, уларға бөтә кәрәкле ярҙам күрһәтелә, улар йорт яны участкаларын тәртипкә килтерә.

Фото: bash.news

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас