

Башҡортостандың һәр йылды төрлө күрһәткестәр буйынса һөҙөмтәле тамамлауына күнегеп тә бөттөк. Ысынлап та, республикабыҙҙы Рәсәй субъекттарына гел генә өлгө итеп ҡуялар, ә был тиккә түгел. Сөнки Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров кешеләр мәнфәғәтендә эшләй, халыҡҡа йәшәйештә һәр яҡлап та уңайлыҡтар тыуыҙыра. Әйтәйек, юл һәм транспорт тармағында уңыштар етерлек.
Шуныһы, ауыл хужалығы тармағына, мәғариф секторына, йәштәр мәсьәләһенә, мәҙәниәткә һәм бүтән өлкәләргә көслө иғтибар бүленгән шикелле, транспорт буйынса үҫешкә юл асылһын һәм юлдар торошо яҡшы булһын өсөн бик күп ниәт-маҡсаттар уңышлы тормошҡа ашырыла. Быларҙың һәммәһен дә республика етәкселеге даими күҙәтеү аҫтына алған.
Радий Хәбиров белдереүенсә, юлдар – ул әйтеп аңлата алмаҫлыҡ ҡатмарлы тарих, уның ҡарауы, улар өсөн өҫтөнлөклө мәсьәләләрҙең береһе. Кешеләр был турала үтенес менән йыш мөрәжәғәт итә. Шуның өсөн дә ул уңайлыҡтар ғына түгел, ә иҡтисадты үҫтереү ҙә. Ә иң мөһиме, хәүефһеҙлек күҙ уңында тотола. Яҡшы юлдар граждандарға ышаныс өҫтәй, тимәк, уларҙың ғүмеренә бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс янамай. Был тармаҡҡа аҡсаны бер ҡасан да йәлләмәйәсәктәр.
Йыраҡ йөрөйһө түгел, ыңғай миҫалдар эргәбеҙҙә тулып ята. Мәҫәлән, Дүртөйлө районын белмәгәндәр юҡтыр, ошо исем менән аталған ҡалала иһә 31 мең тирәһе кеше йәшәй. Төбәктең бөтә яҡлап та үҫешенә һоҡланмағандар һирәк. Дүртөйлө ҡалаһынан Пермь крайына сығып була. Бына ошо урында "М-12" автомобиль юлы һалынды, был ара 140 километр тирәһе тәшкил итә. Ул бер нисә район аша уҙа. Халыҡтың, бигерәк тә юл йөрөүселәрҙең ҡыуанысының сиге юҡ. Водитель Сабит Хужахмәтов әйтеүенсә, юлдар көҙгөләй ялтырап ята, ул һәр саҡ тәртиптә тотола.
Ә һуң Өфөбөҙ ҡайһылай матур! Кузнецов затонында Пугачев урамынан тура юл төҙөлдө. Әле Шамонин, Зинин, Жилин, Нуғай тарафтарына "һә тигәнсе" барып етергә мөмкин. Улай ғына ла түгел, аркалы күпер сафҡа индерелде. Унда ремонт барғанда ла машина тығындарына юл ҡуйылманы, сөнки республика етәкселеге барыһын да алдан хәстәрләгәйне. Ғөмүмән, беҙҙә күперҙәрҙе ремонтлау – өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе.
Артабан китәйек – Балтас районында Йүгерек Танып йылғаһы аша күпер һалынды. Әйткәндәй, "Тормош өсөн инфраструктура" милли проекты нигеҙендә 11 күпергә икенсе һулыш өҫтәлгән. Бөтәһен дә бергә ҡушһаң, улар бер мең 260 метрға һуҙыласаҡ. Башҡортостан менән Татарстан республикалары өсөн дуҫлыҡ күпере ролен үтәгән Ыҡ йылғаһы айырым һөйләүҙе талап итә. Ул республикабыҙҙа халыҡ һаны буйынса дүртенсе баҫҡысҡа күтәрелгән Октябрьский ҡалаһы янында ғына урынлашҡан.
"Тормош өсөн инфраструктура" милли проекты сиктәрендә 350 километр юл төҙөкләндерелгән. Ысынлап та, былтыр иң ватыҡ тип табылған һәм танылған 40 километр юл да ремонтланған.
"Ауыл территорияларын комплекслы үҫтереү" дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу нигеҙендә Ҡырмыҫҡалы районының Варшавка ауылы эргәһендә ике километр юл рәтләнгән.
Үткән йылда йәмғеһе 146 светофор ҡуйылған, 52 километр араға ҡаршылыҡлы һәм йәйәүлеләргә тәғәйенләнгән ҡойма ҡалҡытылған, 13 меңгә яҡын юл билдәһе беркетелгән һәм алмаштырылған, 426 тигеҙ булмаған тулҡынлы яһалма юл һалынған, 80 километр тирәһе тротуар эшләнгән, 200 километр араға яһалма яҡтыртыу ҡуйылған.
Шулай уҡ 20,5 километр арауыҡҡа горизанталь билдә һыҙып сығыу, һигеҙ мең йәйәүлеләр юлына "зебра" билдәһе урынлаштырыу, 360 километр юлдағы таушалған (иҙелгән) асфальт катламын ҡырып алыу, 114 мең урында төрлө кәмселекте бөтөрөү – шуның асыҡ дәлиле. Автомагистралдә бер мең 877 урында, автоматлаштырылған фото-видео төшөрөү хәстәрләнгән (юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙғандарҙы булдырмау күҙ уңында тотола), шул иҫәптән, бер мең 800 стационар, 66 күсмә һәм 11 мобиль ҡоролма тәүлек әйләнәһенә эшләй. Хәйер, Башҡортостан Башлығы күрһәтмәһенә ярашлы, 56 авария-хәүефле юл сатында, Өфө, Нефтекама, Октябрьский һәм Салауат ҡалаларында фото һәм видео төшөрөү ҡоролмаһы эленгән. 2025 йылда интеллектуаль транспорт системаһы, беренсе өлгөрөү кимәленең дүртенсе этабына еткән. Ошо проект тормошҡа ашырылғандан бирле, Өфө агломерацияһында ситуация үҙәге эшләй, 148 светофор үҙгәртеп ҡоролған, ике мәғлүмәт таҡтаһы барлыҡҡа килгән, 13 метеостанция асылған, шулай уҡ транспорттың 403 видеодетекторы һәм 63 радар детекторы бар. Әлбиттә, тормошҡа ашырылған эштәрҙең барыһын да һанап бөтөү мөмкин түгел.
Шуныһы, республика етәкселеге юлдар төҙөлөшөнә даими рәүештә ҙур иғтибар бүлә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, бөтәһе лә финанслауҙы нисек тәьмин итеүгә туранан-тура бәйләнгән, иң мөһиме, уға аҡса йүнәлтеүҙе һис кенә лә өҙөргә ярамай. Йыл да ниндәйҙер эштәрҙе башҡарып алға барырға тейеш хеҙмәткәрҙәр.
Ысынында, автомобиль юлдарын тәртипкә килтереү йүнәлешендә эштәр ҡыҙғандан-ҡыҙа. Республика етәксеһе социаль селтәрҙә төрлө төҙөлөшкә бәйле хәл-торош менән һәр ваҡыт бәйнә-бәйнә таныштырып бара – үҙенең уй-фекерҙәрен яҙа, видеоға төшөрөп тә яңылыҡтарҙы еткерә.
Бөгөн иһә юлдарҙың ниндәйҙер өлөшөнә асфальт түшәлгән, унан инде тағы ла бүтән юлды төҙөргә кәрәк. Юл тураһында һүҙ сыҡһа, шунда уҡ күҙ алдына хәүефһеҙлек баҫа. Республикабыҙҙа юл-транспорт хәүефһеҙлеге һәр саҡ Башҡортостан етәкселегенең төп иғтибар үҙәгендә булды. Был тармаҡ тәңгәлендә уй-маҡсаттар билдәләнеп, улар тулыһынса тормошҡа ашырылғас, юлдарҙа үлем осраҡтары ла ныҡ кәмене.
"Башавтотранс" асыҡ акционерҙар йәмғите хаҡында бер кәлимә һүҙ. Предприятие тарафынан бихисап план-ниәттәр тормошҡа ашырылған. Мәҫәлән, йыл дауамында 125 миллион пассажирҙы ташыу ойошторолған, был 2024 йыл менән сағыштырғанда 1,5 кешегә күберәк тигән һүҙ. Шул уҡ ваҡытта, "Алға" картаһы менән файҙаланыусылар ҙа артҡан, ул 78 миллион һумды тәшкил итә (ике миллиард 600 миллион һум). Ә берҙәм социаль билет алыусылар 22 миллиондан ашыу юл йөрөгән.
Ысынында, Өфө ҡалаһынан республикабыҙҙың төрлө тарафтарына юлланғанда, әйтәйек, Баймаҡ, Ағиҙел, Белорет ҡалаларына, Борай, Йылайыр ауылдары тарафтарына барғанда, ундағы хозурлыҡты күрмәү мөмкин түгел. Асфальт тип-тигеҙ, бер урында ватылған урынды күрмәҫһең, бынан тыш, уның ян-яғы тейешле нығытылған, юлдарҙың ситендәге үлән даими сабылып тора. Юлаусылар уңайлы траспортта йөрөй. Республикабыҙға күрше булған республика йәки өлкәләр генә түгел, ә тотош илебеҙҙең субъекттарынан эш тәжрибәһен өйрәнергә беҙгә йыш киләләр. Башҡортостан етәкселеге замандан бер аҙым алға барыуҙы маҡсат иткән.
Тәслиә Байназарованың һүҙҙәренә ҡарағанда, баш ҡалабыҙ күҙгә күренеп күркәмләнә, ул ғына ла түгел, уның тирәләй юлдарҙың торошо ныҡ яҡшырҙы, транспорт хәрәкәте лә көйләнде. Мөһим инфраструктура проекты сиктәрендә эргә-тирә төҙөкләндерелә. Был төрлө биҫтәләрҙә транспорт сиселешен тәьмин итеү һәм транспорт ағымын көйләү өсөн ифрат ныҡ кәрәк. Һәр ерҙә транспорт киҫелешен төҙөү һәм башҡа эштәр артабан да дауам итә.
Башҡортостан транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь МИНАКОВА:
– Беҙҙә транспорт һәм юл мәсьәләләре һәр ваҡыт республика Башлығы Радий Хәбировтың төп иғтибар үҙәгендә тотола. Кешеләрҙең тормошон еңеләйтеү маҡсатында республика етәксеһе оператив кәңәшмәлә һөйләшеүҙе даими ойоштора, ә инде етәкселектең урындарға йыш сығыуы, эш барышы менән өҙлөкһөҙ танышыуы күпте һөйләй. Ғөмүмән, юлдар – төп транспорт артерияһы. Юлдарҙы ремонтлау, уға асфальт һалыу – юл хәрәктендә ҡатнашыусыларҙың хәүефһеҙлегенә туранан-тура бәйле.
Мәҫәлән, 2025 йыл һуҙымында Башҡортостан буйынса бик күп юлдар ремонтланды, был эш эле лә дауам итә. Юлсыларҙың бурыстарына яуаплы ҡарауына, шулай уҡ юл ситтәрен нығытыуына, нығытмалар ҡалҡытыуына, юл билдәләрен урынлаштырына нисек һөйөнмәҫкә! Әлбиттә, уларҙы күреп киләсәккә тағы ла оло маҡсаттар ҡуябыҙ.
Капиталь ремонт арҡаһында урындағы халыҡ өсөн хәүефһеҙ һәм тигеҙ юлдар һалыуға ирештек. Уйлауымса, киләсәктә лә, тик кешеләрҙең мәнфәғәтен хәстәрләгән бихисап проекттар ваҡытында һәм уңышлы тормошҡа ашырыласаҡ. Был тәңгәлдә бер ниндәй ҙә ҡаршылыҡтар ҙа, ҡатмарлыҡтар ҙа булырға тейеш түгел, хәйер, эш барышында теге йәки был проблеманы бер нисек тә тоймайбыҙ. Һәр башланғыс уңышҡа иркен итеп юл аса.