Иҡтисад
24 Июль , 14:25

"Ял көндәрендә сират булыр"

Республикала яғыулыҡҡа бәйле хәл нисек?

"Ял көндәрендә сират булыр""Ял көндәрендә сират булыр"
"Ял көндәрендә сират булыр"

Башҡортостан юлдаш телеканалының тура эфирында һәм Республикаға идара итеү үҙәгенең социаль селтәрҙәрендә барған брифингта бөгөн дә яғыулыҡҡа бәйле мәсьәләләр тикшерелде. Республика оператив штабының эше дауам итә. Ул тәүлек әйләнәһенә заправкаларҙағы сираттарҙы, бензин булыу-булмауын күҙәтә.    

Бөгөнгө студияның ҡунаҡтары –  Башҡортостандың Сәнәғәт, энерегетика һм инновациялар министры урынбаҫары Эдуард Мостафин, Транспорт һәм юл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Виктор Жульков.

Эдуард Мостафин бөгөнгә заправкалағы хәлдәргә байҡау яһаны.

- Кисә республикала бер аҙ форс-мажор булды, бөгөн хәл яҡшырҙы. Өфөлә заправкаларҙа сиратта әле 900-ҙан ашыу машина иҫәпләнә. Үткән аҙна менән сағыштырғанда, хәл яҡшыраҡ. Бөгөн йома булғас, күптәрҙең ял итергә ситкә сығыуын да оноторға ярамай. Муниципалитеттарҙа хәл ҡатмарлыраҡ. Мәҫәлән, Мишкәлә. Унда бер генә заправка һәм бары тик ашығыс хеҙмәттәр өсөн генә яғыулыҡ ҡалған. Кискә ҡарай районға яғыулыҡ килер. Шулай уҡ башҡа райондарға ла бензин барып етәсәк. Ял көндәрендә сираттар булыр, иң мөһиме – бензин  бар, - тине ул.

Яғыулыҡҡа бәйле хәлдәр юл эштәре графигына йоғонто яһаймы? Был һорауға Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Виктор Жульков яуап бирҙе.

- Барлыҡ билдәләнгән пландар төҙөлөш миҙгелендә башҡарылырға тейеш. Уларҙы күсерә алмайбыҙ, - тине ул.

Студия ҡунаҡтарына һорауҙар яуып торҙо. Күгәрсен районынан яҡташыбыҙ уларҙа бензинға сираттың ҙур булыуына борсолоу белдерҙе. Был тарафҡа тиҙҙән бензовоздың барып етәсәге хәбәр ителде. Йома, йәкшәмбелә сираттарҙың булыуын күҙ уңында тотоп, көндө алдан планлаштырырға кәңәш ителде.

Һәр брифинг һайын ҡала, район етәкселәре лә бәйләнешкә сыға. Бөгөн тура эфирҙа Нуриман районы хакимиәте башлығы Вилдан Ситдиҡов булды.

- Беҙҙең районда ике “Башнефть” заправкалау станцияһы бар, берәү – “Прогресс” фирмаһыныҡы. Павловкалағы “Башнефть” станцияһына бензовоз килде, Ҡыҙылъярҙа яғыулыҡ әлегә бөткән, “Прогресс” та дизель яғыулығы ғына ҡалған, - тине ул.

Павловка һыуһаҡлағы йүнәлешендәге юлдағы райондарға хәҙер иғтибар бирелеүе лә иғтибарға алынды, сөнки бында туристар ял итергә күп килә.

Юл техникаһы нисек заправкалана тигән һорау ҙа күтәрелде. Әлегә ул дөйөм тәртип буйынса эш итә. Дүшәмбе, хәлде баһалағас, артабан тейешле ҡарар ҡабул ителәсәк.

Алыҫ рейсҡа сығыусы автобустар нисек заправкалана, тигән һорауҙы ла күтәрҙеләр.

- “Башавтотранс” заправкаларының схемаһы билдәләнгән. Водитель ниндәй заправкаға керергә кәрәклеген алдан белеп тора. Был йәһәттән проблемалар юҡ, - тигән яуап булды.

Фото: Башньюс.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас