

Өфө дәүләт нефть техник университеты – донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем үҙәге вуз-ара студенттарҙың кампусы "Химмотолог" компанияһы менән берлектә төҙөк булмаған двигателгә, транмиссияға һәм редукторға алдан диагностикалау системаһын эшләгән.
– Техникала мотор һәм транмиссия майын кеше организмы менән сағыштырырға мөмкин, – тип һөйләй Өфө дәүләт нефть техник университетының база кафедраһы етәксеһе, "Химмотолог" асыҡ акционерҙар йәмғиәте директоры Ришат Ниғмәтуллин. – Ул системала циркуляция эшләй, бөтә урындарҙы йыуа, бар бысраҡты йыя һәм хатта фильтр ролен дә үтәй.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.