

Ауыл һәм фермерлыҡ. Һуңғы йылдарҙа был ике төшөнсә “пар ҡанат”ҡа әйләнде тиергә мөмкин. Фермер бар икән, тимәк, ауыл да йәшәй. Быны дәүләтебеҙ ныҡлы аңлап, урындарҙа йүнселлектең үҫеше өсөн киң мөмкинлектәр булдырырға тырыша. Республикабыҙ фермерҙары ошондай ярҙам төрҙәренән әүҙем файҙалана.
Әлшәй районынан крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Азат Ғарифуллиндың да әле бесән әҙерләгән мәле. Ул 118 баш йылҡы малы тота, 80-е – һауын бейәләре. “Был тиклем мал булғанда, өҫтәүенә, иң мөһиме, сифатлы аҙыҡ етештерәм тиһәң, сәғәт кеүек туҡтауһыҙ эшләргә кәрәк”, – ти ул. Хужалыҡта көнөнә 50 литрҙан ашыу бейә һөтө һауып алына, күләм йылына 50 тоннаға етә.
Азат Хәсән улы үҙ кәсебе аша райондың үҫешенә үҙ өлөшөн индерә. Мәҫәлән, урындағы “Шафран” шифаханаһын тотороҡло рәүештә ҡымыҙ менән тәьмин итә. Тимәк, һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы эшҡыуарға ышана. Шул уҡ ваҡытта бар район халҡы ла уның шифалы эсемлеген ҙур теләк менән һатып ала.
Борай районынан крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Флорис Шакиров та тыуған төйәген үҫтереүгә ихласлыҡ менән үҙ өлөшөн индерә. Атаһы эшләгән колхозда шофер булып хеҙмәт юлын башлаған егет үҙгәртеп ҡороу осоронан һуң бал ҡорттары үрсетеүгә тотона, унан 2010 йылда крәҫтиән (фермер) хужалығы асып, игенселек менән шөғөлләнә башлай. Бер аҙҙан “Ғаилә фермаһы” программаһында ҡатнашып, грант аҡсаһына 15 баш башҡорт тоҡомло ат, трактор һатып ала. Һөҙөмтәлә ныҡлап фермерлыҡҡа тотона һәм әлегәсә уға тоғро ҡала. Йылҡысылыҡ менән бергә умартасылыҡты ла ташламай. Быйыл герефорд тоҡомло башмаҡтар ҙа алған.
– Мал аҙығы әҙерләүгә килгәндә, һәр ваҡыт запас менән эшләйем, шуға проблемалар тыумай. Быйыл ямғыр күп яуһа ла, аяҙ көндәрҙе файҙаланып ҡалып, байтаҡ бесән әҙерләп өлгөрҙөм, былтырғы 250 төргәк тә бар әле, яҡшы һаҡланған, – ти фермер. – Ауыл хужалығында хеҙмәт итеү эшмәкәрлек төрө генә түгел. Ул – йәшәү рәүеше. Эштән ҡурҡмаһаң, хәүефләнеп, туҡтап ҡалмаһаң, барыһы ла яҡшы буласаҡ. Зарланһаң, киләсәгең зар илар.
Флорис Риф улы – атайсалын ихлас хәстәрләгән, төйәктәштәре өсөн төрлө саралар, Шәжәрә, “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамдары үткәреүҙә башлап йөрөгән рухлыларҙың береһе. Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһармандары иҫтәлегенә обелиск та төҙөп, ауылдаштарын ҡыуандырған.
Ғөмүмән, фермерлыҡ кәсеп кенә түгел, ул – йәнтөйәгеңдең яҙмышы өсөн иңеңә оло бурыс алыу. Уны беҙҙең республикалағы КФХ етәкселәре лайыҡлы атҡара. Алда әйтелгәнсә, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарын үҫтереүгә ил һәм республика власы ла ҙур иғтибар бүлә. Быйылдан дәүләт булышлығы тағы ла киңәйтелде: ауыл хужалығы кооперативтарына, фермерҙарға ярҙам уңайынан әлегә ҡәҙәр тормошҡа ашырылған дәүләт программалары 2026 йылдың 1 ғинуарынан “Бәләкәй аграр бизнесты үҫтереү” тигән яңы федераль проектҡа берләштерелде.
– Крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарына ярҙам саралары – бәләкәй аграр бизнестың тотороҡло үҫеше нигеҙе, – ти Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. – Былтыр, мәҫәлән, дәүләт программаларына ярашлы, бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа 416 миллион һумлыҡ ярҙам күрһәтелде. Уның 87 проценты – федераль бюджеттан. Һөҙөмтәлә 96 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты ярҙам алды, улар тарафынан яңы 39 хеҙмәт урыны булдырылды. Был дәүләт булышлығы арҡаһында 80-дән ашыу кеше кооперацияға йәлеп ителде.
Крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары өсөн быйыл ташламалы кредит ставкаһы 6,65 процент тәшкил итә. Йүнселдәр был ярҙамдан уңышлы файҙалана. 2020 – 2026 йылдарҙа бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттары ҡыҫҡа ваҡытҡа иҫәпләнгән 23 миллиард һум һәм 12,7 миллиард һум инвестиция кредиты алған. Быйыл аграр бизнесты үҫтереүгә 468,8 миллион һум бүлеү ҡаралған – былтырғыға ҡарағанда 13 процентҡа күберәк. Бынан тыш, дәүләт программаһына ярашлы, фермерҙар тура субсидиялар алыуҙы дауам итә. Былтыр ошондай ярҙам 354 хужалыҡҡа күрһәтелгән, дөйөм суммаһы – 337,5 миллион һум.
-----------------
Былтыр республиканың фермер хужалыҡтары тарафынан 36 миллиард һумдан ашыу продукция – дөйөм күләмдең 12,5 проценты – етештерелгән. Улар һөтсөлөк тармағына ла һиҙелерлек өлөш индерә. Шулай уҡ республикала етештерелгән ашлыҡтың һәм көнбағыш орлоғоноң – өстән бер, шәкәр сөгөлдөрөнөң биштән бер өлөшө – фермерҙарҙыҡы.
------------
“Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технология йәһәтенән тәьмин итеү” милли проектын уңышлы тормошҡа ашырыуҙа республика фермерҙарының өлөшө ҙур. Улар өсөн юл инфраструктураһын яҡшыртыу мәсьәләләре дәүләттең даими контролендә.
-----------------------
Уҙған йылда ауыл хужалығы тармағында эш башлаған махсус хәрби операция яугирҙәре һәм ветерандары өсөн “Агромотиватор” гранты булдырылды. Быйыл ошо йүнәлеште тормошҡа ашырыуға 30 миллион һум самаһы ҡаралған.
Фотоларҙа: 1, 3-сө фотоларҙа – Борай фермеры Флорис Шакиров (Гөлназ Хужина фотолары). 2-се фотола - Әлшәй фермеры Азат Ғарифуллин (Айгөл Халиҡова фотоһы).