

Башҡортостан юлдаш телеканалының тура эфирында һәм Республикаға идара итеү үҙәгенең социаль селтәрҙәрендә үткән брифингта бөгөн дә Башҡортостандың яғыулыҡ баҙарындағы мөһим мәсьәләләр күтәрелде. Тура эфирҙа халыҡтың һорауҙарына Башҡортостандың Сәнәғәт, энерегетика һәм инновациялар министры урынбаҫары Эдуард Мостафин яуап бирҙе.
28 июлгә ҡарата республикабыҙҙа хәл нисек? Иң элек шуға байҡау яһалды.
– Башҡортостанда яғыулыҡ буйынса хәл торошо ҡатмарлы, ләкин контролдә тотола. Әгәр баш ҡалабыҙҙы алһаҡ, бөгөн 12 сәғәткә заправкаларҙа 670 тирәһе машина сиратта тора ине. Был уртаса күрһәткес. Башҡа район, ҡалаларға килгәндә, ҡатмарлыҡтар бар. Стәрлетамаҡта ҙур сираттар барлыҡҡа килеүе күҙәтелде. Был күренеш яғыулыҡҡа ихтыж артыуы һәм бензовоздың барып етмәүе сәбәпле килеп тыуҙы. Хәл оператив штабтың контроленә алынды, саралар күрелә, - тине министр урынбаҫары.
Кисәге брифингта республикабыҙҙың 14 муниципалитетында берешәр генә заправка булыуы иғтибарға алынғайны. Бөгөн уларҙың хәленә йәнә байҡау яһалды.
- Был райондарҙағы хәл һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә. Уларҙың бишәүһендә ҡатмарлылыҡтар булды. Иртәнгә яғыулыҡ бөтә, бензовоз иһә көндөң икенсе яртыһына килеп етә. Ул исемлектә - Асҡын, Ейәнсура, Миәкә, Федоровка райондары. Мишкәгә яғыулыҡ барып етте, унда хәл тотороҡланды, башҡалары буйынса ла саралар күрелә, - тиелде, проблеманы асыҡлап.
Бер генә заправкаһы булған райондарҙың береһе - Балтастағы хәлдәр менән яҡынданыраҡ таныштырыу маҡсатында, район хакимиәте башлығы Илгиз Субушев тура бәйләнешкә сыҡты.
- Башҡа ерҙәге һымаҡ, беҙҙә лә яғыулыҡ буйынса хәл көсөргәнешле. Үткән кесаҙна яғыулыҡ килгәйне, шунан һуң дүрт көн тиерлек булманы. Кисә бензин килде, тәүҙә сират та оҙон булды. Яйлап ул кәмеүгә бара, әле 20-25 тирәһе машина тора. Әле бесән осоро, ялға ҡайтыусылар ҙа бик күп. Шуға был мәсьәлә тотороҡланһын ине тигән теләктәбеҙ. Махсус техника буйынса һорауҙар юҡ. Аграрийҙарҙың да запасы бар. Яғыулыҡ менән тәьмин ителгәндәр, – тине район башлығы.
Министр урынбаҫарына башҡа район, ҡалаларҙан һорау биреүселәр булды. Уларҙың мәсьәләһе контролгә алынды.
Фото: Республикаға идара итеү үҙәге, Элина Әхмәтова ("Башинформ").