Иҡтисад
28 Июля , 17:15

Иң яҡшы һөнәрмәндәр асыҡланды

Башҡортостанда «Һөнәре буйынса иң яҡшыһы» Бөтә Рәсәй һөнәри оҫталыҡ конкурсының төбәк этабы тамамланды. Ул «Токарь», «Фрезерлаусы» һәм «Программа менән идара ителеүсе станоктар операторы» номинациялары буйынса үтте.

Иң яҡшы һөнәрмәндәр асыҡландыИң яҡшы һөнәрмәндәр асыҡланды
Иң яҡшы һөнәрмәндәр асыҡланды

Башҡортостанда «Һөнәре буйынса иң яҡшыһы» Бөтә Рәсәй һөнәри оҫталыҡ конкурсының төбәк этабы тамамланды. Ул «Токарь», «Фрезерлаусы» һәм «Программа менән идара ителеүсе станоктар операторы» номинациялары буйынса үтте.
«Һөнәре буйынса иң яҡшыһы» Бөтә Рәсәй конкурсы Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы тарафынан «Кадрҙар» милли проектының «Хеҙмәт кешеһе» федераль проекты сиктәрендә үткәрелә. Уның төп маҡсаты – эшсе һөнәрҙәренең абруйын күтәреү, һөнәри компетенцияларҙы үҫтереү һәм иң яҡшы белгестәрҙе дәртләндереү.
Иң яҡшы белгес исеме өсөн республиканың алдынғы сәнәғәт предприятиелары вәкилдәре – «КумАПП», «Метта» компанияһы", «УТЗ» ЯСЙ, «ОДК-УМПО» ПАЙ, «Химремонт», «Ойлтиммаш», «БПО «Прогресс», «Бурсервис» заводы" акционерҙар йәмғиәттәре һәм башҡа ойошмаларҙың хеҙмәткәрҙәре ярышты.
Конкурс һынауҙары Өфөләге «Бурсервис» заводы базаһында үтте һәм теоретик, практик этаптарҙан торҙо. Ҡатнашыусылар үҙҙәренең һөнәри белемдәрен, заманса ҡорамалдар менән эшләү күнекмәләрен һәм етештереү бурыстарын үтәү сифатын күрһәтте.
Башҡортостан Республикаһының сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры урынбаҫары Валерий Ғәлиев билдәләүенсә, конкурс төбәк сәнәғәтенең кадрҙар потенциалын үҫтереү өсөн мөһим майҙансыҡ булып тора.
"Эшсе һөнәрҙәре – Башҡортостандың сәнәғәт үҫешенең нигеҙе. Бөгөн предприятиеларға заманса технологияларҙы үҙләштергән һәм етештереү бурыстарын хәл итергә әҙер булған юғары квалификациялы белгестәр кәрәк. «Һөнәре буйынса иң яҡшыһы» конкурсы тармаҡтың иң көслө вәкилдәрен асыҡларға, эшсе һөнәрҙәренең абруйын күтәрергә һәм предприятиелар өсөн кадрҙар резервын формалаштырырға мөмкинлек бирә", – тине Валерий Ғәлиев.
Сарала шулай уҡ Рәсәй авиация сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан республика ойошмаһы рәйесе Данил Корнеев, «Бурсервис» заводы акционерҙар йәмғиәте директоры Сергей Сергеев һәм «Бурсервис» ғилми-етештереү предприятиеһы»на нигеҙ һалыусы Марат Дауытов ҡатнашты.
Конкурс һөҙөмтәләре буйынса «Токарь» номинацияһында Виктор Яншаев («Бурсервис» заводы»), программа менән идара ителеүсе станоктар операторы һөнәрендә Станислав Медведев («ОДК-УМПО») һәм «Фрезерлаусы» номинацияһында Николай Потапов («КумАПП») еңеүселәр тип билдәләнде. Улар төбәк этабында еңеүселәр булараҡ, Башҡортостан Республикаһы исеменән федераль этапта ҡатнашасаҡ.

Фото: Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте сайтынан.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас