Иҡтисад
28 Июль , 09:30

Яугир зоопарк асты

Дәүләт ярҙамынан файҙаланып, республикала 700-ҙән ашыу махсус хәрби операция ветераны  үҙҙәренең эшен асҡан

Яугир зоопарк астыЯугир зоопарк асты
Яугир зоопарк асты

Махсус хәрби операция ветераны  Андрей  Селиванов дәүләт тарафынан күрһәтелгән социаль контракт ярҙамында үҙенең элекке хыялын тормошҡа ашырған. Уның зоопарк-фермаһы ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә яҡташтары һәм Белорет районы ҡунаҡтары өсөн яратҡан урынға әүерелгән. Хәҙер зоопаркка килеүселәр аттарҙа һыбай йөрөргә өйрәнә ала.

– Дәүләт ярҙамынан файҙаланып, республикала 700-ҙән ашыу махсус хәрби операция ветераны  үҙҙәренең эшен асты. Кемдер шәхси эшҡыуарлыҡ, кемдер үҙ мәшғүллек менән шөғөлләнә, шәхси хужалыҡ ойошторғандар ҙа бар, – тине ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ольга Кабанова.

 Министрҙың әйтеүенсә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар  ошо йылдан алып социаль контракт төҙөүгә өҫтөнлөклө хоҡуҡтан файҙалана. Килемдәрҙе иҫәпкә алмайынса социаль контракт төҙөү өсөн махсус хәрби операция ветерандарына “Ватанды яҡлаусылар” дәүләт фондынан рекомендация алырға кәрәк.

Фото:Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас