

Башҡортостан юлдаш телеканалының тура эфирында һәм Республикаға идара итеү үҙәгенең социаль селтәрҙәрендә үткән брифингта бөгөн дә Башҡортостандың яғыулыҡ баҙарындағы хәл-торош тураһында һүҙ барҙы. Халыҡтың һорауҙарына Башҡортостандың Сәнәғәт, энерегетика һәм инновациялар министры урынбаҫары Эдуард Мостафин яуап бирҙе.
29 июлгә ҡарата ниндәй яңылыҡтар бар?
- Яғыулыҡ буйынса хәлдәр бер аҙ яҡшы яҡҡа үҙгәрә башланы, шулай ҙа көсөргәнеш һаҡлана. Өфө ҡалаһына килгәндә, көн һайын төп заправкаларҙа сират 20-30 машинаға кәмей. Шул уҡ ваҡытта проблемалы урындар ҙа етерлек. Мәҫәлән, Дим биҫтәһендә бөгөн 12 сәғәткә ике заправкала яҡынса 75 машина сиратта тора ине. Иң мөһиме - бензин бар. Дим биҫтәһенән мөрәжәғәттәр күп, ундағы хәлде контролдә тотабыҙ. Шулай уҡ әлеге мәлдә республиканың 10 муниципалитетында яғыулыҡ менән ҡатмарлылыҡтар бар. Улар тураһында ла мәғлүмәт оператив штабҡа ла, ҙур компанияларға ла тапшырылған, саралар күрелә, - тине Эдуард Мостафин.
Элекке брифингтарҙа Приют ҡасабаһынан мөрәжәғәттәр йыш яңғыраны. Бөгөн тура бәйләнешкә Бәләбәй районы хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиев сыҡты, районда яғыулыҡ менән тәьмин итеү йәһәтенән хәлдәрҙе баһаланы. Әйтеүенсә, Приюттың Комсомол урамындағы заправкаһы дүшәмбенән алып йомаға тиклем резервуарҙарҙы йыуыу эштәренә туҡтатылып торолған. Был да, әлбиттә, мөрәжәғәттәр һанын арттыра. Ашығыс хеҙмәттәр бензин йәһәтенән ауырлыҡ кисермәй. Аграрийҙарҙа ла әлегә яғыулыҡ запасы бар. Ураҡ осоронда уларға ярҙам иғтибар үҙәгендә тотола.
“Әлеге ҡатмарлы мәлдә ни өсөн заправкаларҙы яңыртыуға, реконструкциялауға ябырға?” тигән һорау ҙа килде социаль селтәргә. Был һорауға ла министр урынбаҫары яуап бирҙе.
- Һәр заправка станцияһының үҙенең норматив хеҙмәт итеү ваҡыты бар. Уны арттырырға ярамай. Был хәүефһеҙлек нормаһына ла, хеҙмәт итеү сифатына ла ҡағыла. Әгәр заправка станцияларын ремонтламаһаҡ, улар эшлектән сығып, эшләүҙән туҡтаясаҡ, - тип хәүефһеҙлек мөһимлеген билдәләне ул.
Фото: Республикаға идара итеү үҙәгенән.