Иҡтисад
30 Июля , 11:55

“Бензинды ҡасан канистрға алырға мөмкин буласаҡ?”

Бөгөнгө брифингта ошо һәм башҡа көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды.  

“Бензинды ҡасан канистрға алырға мөмкин буласаҡ?”“Бензинды ҡасан канистрға алырға мөмкин буласаҡ?”
“Бензинды ҡасан канистрға алырға мөмкин буласаҡ?”

Башҡортостан юлдаш телеканалының тура эфирында һәм Республикаға идара итеү үҙәгенең социаль селтәрҙәрендә үткән брифингта Башҡортостандың яғыулыҡ баҙарындағы көнүҙәк мәсьәләләр тураһында һөйләшеү дауам итә. 

Бөгөн тура эфирҙа Башҡортостандың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар буйынса министры урынбаҫары Олег Тыщенко булды. Ул 30 июлгә ҡарата республикабыҙҙа был йәһәттән хәлдәрҙе баһаланы.

– Хәл ҡатмарлы булып ҡалһа ла, яҡшы яҡҡа үҙгәреш күҙәтелә. Өфөгә күҙ һалғанда, ике аҙна элек беҙ күҙәтеү алып барған заправкаларҙа тәүлегенә ике меңдән ашыу автомобилдең сиратта тороуын иҫәпләһәк, әле уларҙың һаны 480 - 500 тирәһе. Өфө өсөн был күп түгел. Шулай ҙа иртәгә, йомала, был һандың артыуын күҙаллайбыҙ. Ни өсөн тигәндә, күптәр ял көндәренә ҡырға сығасаҡ, райондарға барасаҡ. Өфө заправкаларына көс төшөүен күҙ уңында тотоп, иртәгә баш ҡаланы  мөмкин тиклем күберәк бензин менән тәьмин итергә тырышасаҡбыҙ. Шәмбелә иғтибарҙы республикабыҙҙың башҡа төбәктәренә йүнәлтәсәкбеҙ. Йәкшәмбе йәнә баш ҡалабыҙҙы ныҡлы күҙ уңында тотасаҡбыҙ.  

Брифингта райондарҙан бензинға ҡағылышлы һорауҙар бирелде. “Бензинды ҡасан канистрға алырға мөмкин буласаҡ?” тигән һорау даими яңғырап торҙо. Әлегә ул йәһәттән үҙгәрештәр булмауы хаҡында әйтелде. Был - федераль власть органдарының да, беҙҙең оператив штабтың да ҡарары.

Стәрлетамаҡ, Туймазы, Белорет, Күгәрсен яҡтарынан республикабыҙ халҡы үҙҙәрен борсоған һорауҙарҙы бирҙе.

Фото: Республикаға идара итеү үҙәгенән.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас