Иҡтисад
31 Июля , 12:30

31 июлгә бензин буйынса ниндәй яңылыҡтар бар?

Райондарҙа хәлдәр хәл ителә башлаған һымаҡ.

31 июлгә бензин буйынса ниндәй яңылыҡтар бар?31 июлгә бензин буйынса ниндәй яңылыҡтар бар?
31 июлгә бензин буйынса ниндәй яңылыҡтар бар?

Башҡортостан юлдаш телеканалының тура эфирында һәм Республикаға идара итеү үҙәгенең социаль селтәрҙәрендә  үткән брифингта  яғыулыҡ баҙарындағы көнүҙәк мәсьәләләр тураһында һөйләшеү дауам итә. Бөгөн дә  тура эфирҙа  Башҡортостандың   сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар буйынса  министры урынбаҫары Олег Тыщенко булды.  

Яғыулыҡ буйынса хәлдең бер аҙ насарайыуын, бөгөн 12 сәғәткә Өфөлә 800 автомобилдең сиратта тороуын белдерҙе, барлыҡ төр яғыулыҡ та бар. Һәр заправкала 20-60 автомобиль сиратта тора.

Ҡайһы райондарҙа проблема булыуын да иғтибарға алды.

- Асҡын - транзит районы. Унда яғыулыҡ күп китә. Шулай уҡ республикабыҙҙың көньяғында ла, Стәрлетамаҡта ла ҡыйынлыҡтар бар, был ҡалала яғыулыҡ шәмбе көнө буласаҡ, - тине министр урынбаҫары.

Тура бәйләнеш барышында Борай районындағы хәлдәр тураһында  район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Марат Ахунов бәйән итте.

- Бөгөн хәлдәр насар түгел. Яғыулыҡтың барлыҡ төрҙәре лә бар. Сиратта уртаса 30-лап машина тора. Проблема башланған осор менән сағыштырғанда хәлдең ыңғай яҡҡа үҙгәреүе күҙәтелә, - тине ул.

Борай районында 500 урынға иҫәпләнгән яңы мәктәп төҙөлә. Яғыулыҡ менән килеп тыуған проблема төҙөлөш эштәренә ҡамасауламауы тураһында ла әйтте хакимиәт башлығы урынбаҫары. Объектты 2027 йылда сафҡа индереү күҙаллана.

Ейәнсура районындағы хәлдәр торошо тураһында район хакимиәте башлығының иҡтисад, инвестициялар һәм эшҡыуарлыҡ буйынса урынбаҫары Азамат Салауатов һөйләне:

- Ҙур эшҡыуарҙар яғыулыҡ карталарын булдырҙы, уларҙың проблемалары юҡ. Ваҡ эшҡыуарҙарға поставкалау элекке графикта буласаҡ. Район заправкаларында сираттар кәмене. 30 июлдән шәхси заправкаларға һәм “Газпромнефть” заправкаларына яғыулыҡ килтерелде. Дөйөм алғанда, районда бензин тулы күләмдә бар, - тине ул.

 

Фото: Башньюс.

 

 

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас