Иҡтисад
2 Августа , 08:40

Илештәр хеҙмәт кешеләренең ҡәҙерен белә

"Беҙгә ауыл хужалығындағы лидерлыҡты юғары кимәлдә тоторға кәрәк. Бының өсөн, әлбиттә, йәш белгестәрҙең килеүе лә мөһим. Эшләргә теләктәре генә булһын – барыһына ла өйрәтәсәкбеҙ”.

Илештәр хеҙмәт кешеләренең ҡәҙерен беләИлештәр хеҙмәт кешеләренең ҡәҙерен белә
Илештәр хеҙмәт кешеләренең ҡәҙерен белә

Бында йолалар менән яңы алымдар бер-береһен үҫтерә. Иң алдынғы ауыл хужалығы техникаһы ҡулланыла. Малсылыҡҡа ҡеүәт өҫтәйәсәк заманса комплекстар төҙөлә. Уңыш йыйыуҙа ла, һәр ваҡыттағыса, алда баралар – “игенле, икмәкле ер” исеменә тап төшөрмәй илештәр.

Һәм иң мөһиме – районда ауыл эшсәндәренә ҡарата хөрмәт ҙур. Уларҙың хеҙмәте бер ҡасан да иғтибарһыҙ ҡалмай: мәҫәлән, сәсеү мәлендә лә, ураҡ осоронда ла алдынғылар билдәләнеп, бүләкләнеп, киң күрһәтеп барыла. Совет осоронан һаҡланып килгән был һөҙөмтәле алым нигеҙендә баҫыу эшсәндәре күңеленә сәм, дәрт-дарман өҫтәлә, матди ярҙам да бирелә.

Ауыл хужалығы предприятиелары, фермерҙар араһындағы был конкурс район хакимиәте тарафынан йыл да уҙғарыла. “Уның маҡсаты алдынғыларҙы билдәләү генә түгел, ә хужалыҡтарҙы етештереү, продукцияны таратыу, иҡтисади һөҙөмтәлелекте күтәреү йәһәтенән юғары күрһәткестәргә дәртләндереү. Эш һөҙөмтәләре аҙна һайын баһаланып барыла. Ошо осор лидерҙары күсмә приз һәм аҡсалата премия менән бүләкләнә, – тип хәбәр иттеләр район хакимиәтенең ауыл хужалығы идаралығынан.

Быйыл ураҡ мәленең тәүге аҙнаһы еңеүселәре билдәләнеп, уларға ауыл хужалығы идаралығы етәксеһе Сергей Пискарев урында бүләктәр тапшырған. Алдынғылар исемлегендә – “Урожай” тоҡомсолоҡ заводы (иген һуғыусы Илвир Мәрүәров, ашлыҡ ташыусы Динар Мәрҙәнов, сабыусы Илмир Ғәлимәрҙәнов); “Ағиҙел” ауыл хужалығы предприятиеһы (баҫыуҙы эшкәртеүсе Олег Иванов); “Урал” ауыл хужалығы предприятиеһы (иген һуғыусы Марсель Ғабдуллин, баҫыуҙы эшкәртеүсе Илнур Кашапов). Идаралыҡ етәксеһе Сергей Пискарев еңеүселәргә, ошо алдынғы ойошмаларҙың етәкселәренә, барлыҡ хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт белдергән, уларҙың Илештең ауыл хужалығы секторын үҫтереүгә ҙур өлөш индереүен билдәләп, артабан да ошо рухта дауам итерҙәренә ышаныс белдергән.

Күренеүенсә, юғары күрһәткестәргә өлгәшкәндәрҙең күбеһе – “Урожай” тоҡомсолоҡ заводынан. Был йәмғиәттең дөйөм мәсьәләләр буйынса директоры Әлмир Мөхәрләмов билдәләүенсә, алдынғылыҡтың нигеҙе – хеҙмәт кешеләренә уңайлы шарттар булдырыуҙа, заман мөмкинлектәрен киң файҙаланыуҙа. Әйткәндәй, уларҙа роботлаштырылған ферма ла бар, һөҙөмтәлә малсыларҙың эше күпкә еңеләйгән, һауым күләме артҡан.

“Хеҙмәткәрҙәрҙе бөтә яҡлап хәстәрләргә тырышабыҙ. Эшкә яңы килгәндәргә ятаҡтан урын биреү, айырым автомобиль бүлеү ҙә ыңғай һөҙөмтә бирә. Илешкә ауыл хужалығындағы лидерлығын юғары кимәлдә тоторға кәрәк. Бының өсөн, әлбиттә, йәш белгестәрҙең килеүе лә мөһим. Эшләргә теләктәре генә булһын – барыһына ла өйрәтәсәкбеҙ”, – ти Әлмир Мөхәрләмов.

Илештә әле 14 ауыл хужалығы предприятиеһы, 55 крәҫтиән (фермер) хужалығы бар. Июль аҙағына күрһәткестәр буйынса, 4500 тонна самаһы бесән йыйып алынған; 70 700-ҙән ашыу тонна сенаж һалынған; бойҙай, арпа, арыш, борсаҡ, дөйөм алғанда, 11 200 тонна тирәһе урылған, уртаса уңыш гектарынан 34,7 центнер тәшкил итә. Илеш элеваторы ла тотороҡло эшләй.

– Йыйылған һәр центнерға ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәренең оло хеҙмәте, һөнәри оҫталығы һалынған. Беҙҙең биләмәләге аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге, иҡтисади именлек нигеҙе нәҡ уларҙың эшенә бәйле, – ти район хакимиәтенең ауыл хужалығы идаралығы белгестәре. – Ураҡ мәлендәге ҡаҙаныштар һанға ғына ҡайтып ҡалмай. Улар – урындағы халыҡтың иҡтисади хәле тотороҡло буласағына, хужалыҡтарҙың проблемаһыҙ эшләйәсәгенә, һөҙөмтәлелек һаҡланасағына ышаныс билдәһе.

----------

–  “Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” программаһы – урындарҙа тормош сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән төп эш алымдарының береһе. Уның нигеҙендә торлаҡ комплекстары төҙөлә, инфраструктура үҫтерелә, биләмәләр төҙөкләндерелә, – тине республика Башлығы Радий Хәбиров. – Программа нигеҙендә республикала байтаҡ эш атҡарылды, тағы ла Илеш, Дыуан, Әлшәй райондарында аҙ ҡатлы торлаҡ комплекстары һалынасаҡ, Үрге Йәркәйҙә, Борайҙа, Саҡмағошта мәктәптәрҙе, балалар баҡсаларын капиталь ремонтлау, стадион булдырыу, һыу үткәреү селтәрҙәре төҙөү һ.б. планлаштырылған.

Был башланғыстың маҡсаты йәштәрҙе ауылға йәлеп итеүгә, шул иҫәптән аграр тармаҡты үҫтереүгә йүнәлтелгән.

-------------

Республикала “Ауыл ипотекаһы” программаһы үҙ эшен дауам итә. Уға ярашлы, даими йәшәү өсөн шәхси йорт төҙөүгә йәки һатып алыуға өс процентҡа тиклемге ставка буйынса ипотека кредиты юлларға мөмкин. Был программа тәүҙә 2022 йыл аҙағына ҡәҙәр тип планлаштырылғайны. Хәҙер ваҡыты сикһеҙ. Унан ауыл хужалығы тармағы хеҙмәткәрҙәре, айырыуса йәш белгестәр әүҙем файҙалана.

Фотоларҙа: Илеш хужалыҡтары алдынғыларын бүләкләү мәле.

Фотолар: Илеш районы хакимиәтенең ауыл хужалығы идаралығынан.

Илештәр хеҙмәт кешеләренең ҡәҙерен белә
Илештәр хеҙмәт кешеләренең ҡәҙерен белә
Илештәр хеҙмәт кешеләренең ҡәҙерен белә
Илештәр хеҙмәт кешеләренең ҡәҙерен белә
Илештәр хеҙмәт кешеләренең ҡәҙерен белә
Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас