Иҡтисад
5 Августа , 03:30

Башҡортостан етештереүселәренә яңы мөмкинлектәр

Уларға сит ил баҙарына сығыуға яңы юлдар асыла

Башҡортостан етештереүселәренә  яңы мөмкинлектәрБашҡортостан етештереүселәренә  яңы мөмкинлектәр
Башҡортостан етештереүселәренә яңы мөмкинлектәр

“Ашығыс экспорт ярҙам” командаһы “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына ярашлы (национальный проект “Международная кооперация и экспорт") Стәрлетамаҡтың дүрт предприятиеһында бизнес процестарҙы тикшерҙе. Урындағы етештереүселәр өсөн 75 процентҡа тиклем финанслашыуҙы, логистик сығымдарҙы күҙ уңында тотоп, тышҡы баҙарға сығыу буйынса конкрет аҙымдар билдәләнде. Был турала Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы хәбәр итә.

Махсус төркөм һәр предприятие өсөн шәхси экспорт потенциалы үҫеше стратегияһын булдырҙы. Бизнесҡа саралар комплексы тәҡдим ителде: 75 процентҡа тиклем финанслауҙан башҡа, СНГ һәм Азия баҙарында ышаныслы һатып алыусыларҙы эҙләү , күргәҙмәләрҙә һәм бизнес-миссияларҙа ҡатнашыу буйынса мөмкинлектәр әйтелде.

Эш сәфәре барышында эшсе төркөм ҡаланың дүрт предприятиеһында булды.

“Полимер-Пласт” предприятиеһы кейем, кабель изоляцияһы, шлангтар өсөн ПВХ-пластикат етештерә. Компания үҙенең тауарҙарын Рәсәй һәм СНГ илдәре буйынса тарата. Хәҙер яңы баҙарға сығырға уйлай.

“Винторг СТР” предприятиеһы бесәй бәҙрәфтәре өсөн экологик яҡтан таҙа наполнителдәр етештерә. Шулай уҡ Рәсәй сеймалынан өй өсөн тауарҙар сығара.

“Пластстер” предприятиеһының 15 йыллыҡ хеҙмәт тәжрибәһе бар. Ул тарттырылған түшәмдәр өсөн әйберҙәр етештерә. Модулле ПВХ япмалар сығара.

“НМ ГРУПП” предприятиеһы адаптив спорт өсөн инновацион кресло-коляскалар, ҡорамалдар эшләй.

Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла. 

Автор фотоһы.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас