

Райондарҙа әле эштең ҡыҙыу мәле. Ямғырҙар ҡамасауламағанда, етерлек күләмдә мал аҙығы тупларға, йыйылған уңышты йыйып алырға тырыша ауыл уңғандары.
Асҡындарҙы ла эш мәлендә тап иттек. Район хакимиәте башлығы урынбаҫары – ауыл хужалығы бүлеге начальнигы Алмаз Исхаков әйтеүенсә, әле мал аҙығы әҙерләү тулы көскә бара, күптән түгел ужым арышы сабыла башланған. Мал аҙығы планлаштырылғандың 60 проценты күләмендә тупланған.
–Һауа торошо ғына бик мөмкинлек бирмәй. Көн матурҙа хужалыҡтарҙа эш тынмай. Данис Минеғәлиев етәкселегендәге фермер хужалығы ужым бойҙайы уңышын йыйыуҙы тамамланы тиерлек. Был хужалыҡта гектар ҡеүәте 38 центнер тәшкил итә, – тине ул.
Асҡын районында иген һәм иген-ҡуҙаҡлы культуралар майҙаны 2666 гектар тәшкил итә, яҙғы культуралар дүрт мең гектарҙан артып китә.
Райондағы эш барышын үҙ күҙҙәребеҙ менән барып күреү маҡсатында йылҡысылыҡ менән шөғөлләнгән Хәмит Ғайдуллин етәкселегендәге крәҫтиән-фермер хужалығына юлландыҡ. Ысынлап та, эш гөрләп тора. Хужалыҡ етәксеһе Хәмит Талип улы үҙе лә тракторға ултырғайны.
–Мал аҙығы әҙерләү тулы көскә бара. Әле 300 тонна бесән әҙерләнек. Яҡынса 150 гектарҙа үлән сабылды. Эш дауам итә. Быйыл үлән ҡалын, һауа торошо ғына мөмкинлек бирһен, тип теләйбеҙ. Борсаҡ, һоло, арпаны ҡушып сәскән бер йыллыҡ үләндәребеҙ ҙә бар. Ул да мал аҙығы өсөн ҡулланыла, – тине фермер.
Хужалыҡта 120 баш йылҡы малы иҫәпләнә. Улар ит өсөн файҙаланыла. Шулай уҡ ҡаҙылыҡ, тушенкалар эшләү буйынса эш көйгә һалынған. Киләсәктә эшкәртеүгә иғтибарҙы арттырыу күҙаллана.
Хужалыҡ яғыулыҡ-майлау материалдары ҡыштан уҡ хәстәрләгән. Шуға ла был йәһәттән ҡыйынлыҡтар юҡ.
Яланды иңләп бесән сабып йөрөгән механизаторҙар Рәзиф Хәзимуллин менән Ҡадир Шәрәфетдиновты бер нисә минутҡа эштәренән туҡтатып әңгәмәләшеп алдыҡ.
Ҡадир исемле замандашыбыҙ Солтанбәк ауылынан, механизатор өлкәһендә хеҙмәт стажы 20 йылға етә. Ауылынан ситкә китмәй йәштән йәнтөйәгендә төпләнеп донъя көтә.
– Бәләкәйҙән белгән эш. Бер туған ағайым механизатор булды. Уға эйәреп, өйрәнеп үҫтем. Үҙемә оҡшай ине. Шуға ошо һөнәрҙе һайланым, – тине ул.
Рәзиф Хәзимуллин Яңы Ҡарткиҫәк ауылыныҡы булып сыҡты.
–Минең атайым колхозда малсы булып хеҙмәт итте. Миңә лә ауыл тормошо күңелемә яҡын. 1992 йылдан механизатор булып эшләйем. Эш бара, бесән быйыл матур. Ямғырҙар ғына ҡамасауламаһын. Яғыулыҡ йәһәтенән дә бер ниндәй ауырлыҡ тоймайбыҙ, – тип һөйләне тәжрибәле механизатор.
“Йәйҙең бер көнө йылды туйҙыра” тигән халыҡ. Был һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөн аңлап, һәр көндөң ҡәҙерен белеп тир түгә Асҡын хеҙмәтсәндәре.
Автор фотоһы.
Асҡын районы.