

2026 йылдың 15 авгусында Сибайҙа “Урал аръяғы-2026” VIII Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы сиктәрендә “Эшҡыуарлыҡ хеҙмәттәшлеге һәм бизнесты үҫтереү: барыһы ла Еңеү өсөн” тип аталған панель ултырышы үтәсәк.
Майҙансыҡты Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы “Ватанды һаҡлаусылар” махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға булышлыҡ итеү Дәүләт фондының Башҡортостан Республикаһы бүлексәһе менән берлектә ойоштора.
Сара “Еңеү иҡтисады” лозунгыһы аҫтында үтәсәк һәм унда федераль һәм төбәк власть органдары вәкилдәре, терәк учреждениелар етәкселәре, эшҡыуарҙар, махсус хәрби операция ветерандары йыйыласаҡ. Ултырышта махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегенә йәлеп итеү буйынса Республика программаһына старт бирелә.
—Фронттан ҡайтҡан ветерандарға ярҙам итеү – улар алдындағы бурысыбыҙ ғына түгел, ә иҡтисадыбыҙҙы үҫтереүгә тос өлөш индереү икәненә инанабыҙ. Беҙ элекке хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең эшҡыуарлыҡ мөхитенә уңышлы интеграцияланыуы, уларға үҙҙәренең мөмкинлектәрен тормошҡа ашырыу һәм республикабыҙҙың сәскә атыуына үҙ өлөшөн индереү мөмкинлеген биреү өсөн уңайлы шарттар булдырыуҙы маҡсат итеп ҡуябыҙ, - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина.
Сессия үҙ эшен асырға теләгән махсус хәрби операция ветерандарына ғәмәлдәге ярҙам сараларын тикшерергә һәм ветерандарҙы эшҡыуарлыҡ мөхитенә интеграциялау буйынса иң яҡшы тәжрибә менән уртаҡлашырға майҙансыҡ булып хеҙмәт итәсәк. Спикерҙар хоҡуҡи ярҙам һәм социаль яраҡлашыуға бәйле мәсьәләләрҙе тикшерәсәк, граждандар тормошона ҡайтҡандан һуң башланған уңышлы эшҡыуарлыҡ проекттарының тормоштағы миҫалдарын тәҡдим итәсәк.
Ултырышты “Ватанды һаҡлаусылар” махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға булышлыҡ итеү Дәүләт фондының Башҡортостан Республикаһы бүлексәһе етәксеһе һәм Башҡортостан Республикаһы буйынса "Эшҡыуарлыҡ" партия проекты координаторы Гөлнур Ҡолһарина алып бара.
—Махсус хәрби операция ветерандары араһында эшҡыуарлыҡҡа ғәйәт ҙур ҡыҙыҡһыныу күрәбеҙ. Беҙҙең маҡсат – уларҙы был эштә тейешле белем биреү һәм остазлыҡ күрһәтеү юлы менән ярҙам итеү. “СВОй Бизнес” программаһы буйынса икенсе уҡытыу төркөмө октябрь айынан старт аласаҡ, ул махсус хәрби операция ветерандарына һәм уларҙың ғаиләләренә эшҡыуарлыҡ оҫталығын үҫтереп, үҙ эшен асыу юлы менән граждандар тормошона яраҡлашырға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән, — ти Гөлнур Ҡолһарина.
“Урал аръяғы-2026” VIII Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы 14 – 15 августа Сибай ҡалаһында була. Төп тема – “Еңеү иҡтисады”. Сараны ойоштороусылар – Стратегик башланғыстар агентлығы һәм Башҡортостан Хөкүмәте.
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru