Иҡтисад
13 Августа , 11:00

“Урал батыр” эпосы - Башҡортостандың яңы туристик бренды буласаҡ

“Урал батыр” эпосы донъя әһәмиәтенә эйә һәм туризм өсөн сикһеҙ мөмкинлектәр һаҡлай

“Урал батыр” эпосы - Башҡортостандың яңы туристик бренды буласаҡ“Урал батыр” эпосы - Башҡортостандың яңы туристик бренды буласаҡ
“Урал батыр” эпосы - Башҡортостандың яңы туристик бренды буласаҡ

2026 йылдың 14 авгусында Сибайҙа “Урал аръяғы-2026” VIII Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы сиктәрендә “Урал батыр” бренд булараҡ: эпос биттәренән туристик продуктҡа тиклем” панель сессияһы үтәсәк.

Сессияла “Урал батыр” эпосы эҙҙәре буйлап" туристик маршрутын булдырыу тәжрибәһе тикшереләсәк һәм Белорет районы тарафынан эшләнгән "Урал батыр һуҡмағы" проектының презентацияһы күрһәтеләсәк. Айырым иғтибар эпосҡа нигеҙләнеп республиканың туристик үҙенсәлеген формалаштырыу концепцияһына биреләсәк.

–“Урал батыр” эпосы донъя әһәмиәтенә эйә һәм туризм өсөн сикһеҙ мөмкинлектәр һаҡлай. Республикала яңы маршруттар, сувенирҙар, төрлө тематик саралар әҙерләнә. Бөгөн беҙҙең бурыс – был мәҙәни байлыҡты туристар йәлеп итерлек, урындағы эшҡыуарлыҡ өсөн яңы мөмкинлектәр асырлыҡ тулы функциональ брендҡа әйләндереү.

Сессияла тәҡдим ителгән проекттарҙы һәм тәҡдимдәрҙе тикшерәсәкбеҙ, уларҙың мөмкинлектәрен баһалаясаҡбыҙ һәм уларҙы тормошҡа ашырыу буйынса киләһе аҙымдар тураһында килешәсәкбеҙ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина.

Фекер алышыуҙың бер өлөшө ижадҡа арналасаҡ. Белгестәр боронғо эпостарҙан алынған мотивтарҙы заманса сувенир продукцияһын эшләүҙә һәм традицион халыҡ кәсептәрен үҫтереүҙә нисек файҙаланыуҙары тураһында фекер алышасаҡ. Абхаз дәүләт музейының өлкән ғилми хеҙмәткәре Инга Шамба был темаға халыҡ-ара ҡараш тәҡдим итәсәк, абхаз йолалары миҫалында этник мираҫты пропагандалау тәжрибәһе менән уртаҡлашасаҡ. Сараға туризм һәм ижади иҡтисад буйынса федераль эксперттар, тейешле ведомство вәкилдәре, муниципалитет башлыҡтары, төбәк үҫеше менән ҡыҙыҡһынған эшҡыуарҙар саҡырылған.

“Урал аръяғы-2026” VIII Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы 14 – 15 августа Сибай ҡалаһында була. Төп тема – “Еңеү иҡтисады”. Сараны ойоштороусылар – Стратегик башланғыстар агентлығы һәм Башҡортостан Хөкүмәте.

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru

Автор:Карима Усманова
Читайте нас