Иҡтисад
14 Августа , 12:00

175 миллион һумлыҡ инвестиция проект килешеүенә ҡул ҡуйылды

Бөгөн Сибайҙа VIII “Урал аръяғы-2026” Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы башланды. Сараны ойоштороусылар – Стратегик башланғыстар агентлығы һәм Башҡортостан Хөкүмәте.

175 миллион һумлыҡ инвестиция проект килешеүенә ҡул ҡуйылды175 миллион һумлыҡ инвестиция проект килешеүенә ҡул ҡуйылды
175 миллион һумлыҡ инвестиция проект килешеүенә ҡул ҡуйылды

14–15 августа Сибайҙа үткән  VIII “Урал аръяғы-2026” Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйының бизнес-программаһы сиктәрендә Башҡортостан Республикаһында ҡулланыусылар баҙарын үҫтереүгә йүнәлтелгән инвестиция проектын тормошҡа ашырыу буйынса килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды, уның дөйөм хаҡы 175 миллион һум тәшкил итте.

Мәҫәлән, төбәктең Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы һәм “Медсервис+” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте араһында ҡул ҡуйылған тәүге килешеү Өфө районында медицина кәрәк-яраҡтарын һаҡлау өсөн келәт комплексы төҙөүҙе маҡсат итеп ҡуя. Бинаның майҙаны яҡынса өс мең квадрат метр тәшкил итә.

– Инвестор проектҡа 125 миллион һум һалырға планлаштыра. Социаль эффект 24 эш урыны булдырыу буласаҡ. Проектты тамамлау ваҡыты 2034 йылға күҙаллана, - тип хәбәр итте министр Константин Климин.

Инвестиция форумы сиктәрендә төҙөлгән тағы бер килешеү Башҡортостан Республикаһында Беларустың аҙыҡ-түлек продукцияһын һаҡлау өсөн 1500 квадрат метр майҙанлы келәт комплексын булдырыуҙы маҡсат итеп ҡуя, ул артабан төбәктәге һәм күрше Рәсәй составындағы сауҙа селтәрҙәренә тәьмин итеүгә тәғәйенләнгән.

Уға шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы һәм “ПродРезерв” сауҙа йорто яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ҡул ҡуйҙы. Компания объектты 2030 йылға тиклем Өфө районында төҙөргә планлаштыра.

Инвестор проектҡа 50 миллион һум һалырға әҙер, 20 эш урыны булдырырға планлаштыра.

VIII “Урал аръяғы-2026” Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы 14 – 15 августа Сибай ҡалаһында үтә.  Сараны ойоштороусылар – Стратегик башланғыстар агентлығы һәм Башҡортостан Хөкүмәте.

 

Фото һәм сығанаҡ: pravitelstvorb.ru

 

Автор:Карима Усманова
Читайте нас