

Ҡала көнөн байрам итеү һәм VIII “Урал аръяғы-2026” Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы сиктәрендә Сибай үҙенең художестволы таш изделиеларын һәм традицион башҡорт биҙәүестәрен танытып, уны “Бөтә донъя һөнәрселек ҡалаһы” тип билдәләгән халыҡ-ара сертификат алды.
Ҡала хакимиәте башлығы Сергей Озерцовҡа Бөтә донъя һөнәрселек советы вице-президенты Надя Меер иҫтәлекле гранит таҡтаташ — тапшырҙы.
— Мин Башҡортостанға ғашиҡ булдым: Өфөнө, Сибайҙы яраттым. Һеҙҙең бында ысын тырыш хеҙмәткәрҙәр, маһир оҫталар бар. Һәм мин бөгөн Сибайға был таныҡлыҡты ҙур шатлыҡ менән тапшырам, Ул тағы ла беҙҙең мәҙәниәттәрҙе һәм халҡыбыҙҙы яҡынайтасаҡ , - тине Надя Меер.
“Бөтә донъя һөнәрселек ҡалаһы”статусы — Бөтә донъя һөнәрселек советы AISBL (WCC-International) тарафынан ҡалаларға, ҡасабаларға, кластерҙарға йәки төбәктәргә бирелгән иң юғары халыҡ-ара наградаларҙан һанала. Унда һөнәрселек мәҙәни үҙенсәлектең мөһим нигеҙен тәшкил итә, иҡтисади йәшәү сараһы булып хеҙмәт итә, туризмды йәлеп итә һәм тотороҡло үҫешкә булышлыҡ итә.
Статус биреү тантана ғына түгел. Ҡаланың һөнәрселек мираҫы, инновациялар, институциональ ярҙам, йәмәғәтселек менән бәйләнеш һәм киләсәк потенциалы буйынса ҡаҙаныштары өсөн ВКС стандарттары буйынса үҙ аллы баһаланыуын һәм раҫлауын аңлата.
Бөтә донъя һөнәрселек ҡалаһы исеме ҡаланың һөнәрселек үҙәктәренең глобаль селтәренә инеүен һәм тере мираҫты һаҡлау, оҫталарға ярҙам итеү һәм уларҙың йәшәү рәүешен тәьмин итеү, һөнәрселек етештереүҙә һәм дизайнда инновацияларҙы үҫтереүҙе, мәҙәни туризмды һәм ижади үҙенсәлекте пропагандалау бурысын сағылдыра.
Оҫталар ҡалалары исемлеге 2014 йылда формалаша башлай һәм хәҙер уға Иран, Һиндостан, Ҡытай, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан һәм башҡа илдәрҙең 60-ҡа яҡын ҡалаһы инә. Хәҙер был исемлеккә Рәсәй ҙә бар.
Алдан хәбр итеүебеҙсә, VIII “Урал аръяғы-2026” Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы 14 – 15 августа Сибай ҡалаһында үтә. Сараны ойоштороусылар – Стратегик башланғыстар агентлығы һәм Башҡортостан Хөкүмәте.
Сығанаҡ: "Башинформ"