

Башҡортостанда урып-йыйыу кампанияһы дауам итә. Республиканың бөтә райондары тиерлек урып-йыйыу эштәре бара, иген һәм ҡуҙаҡлы иген культураларының 28 проценттан ашыуы йыйып алынған. Тулайым иген йыйымы 1,14 миллион тоннанан ашып китә, уртаса уңыш гектарынан 34 центнер тәшкил итә. Ураҡ буйынса тәүге өсәү иҫәбендә – Стәрлетамаҡ, Ауырғазы һәм Саҡмағош райондары. Урып-йыйыу кампанияһына дүрт меңдән ашыу иген йыйыу комбайны йәлеп ителгән. Хужалыҡтарҙы яғыулыҡ-майлау материалдары менән тәьмин итеү планлы режимда тормошҡа ашырыла. Йыл һайын Башҡортостан аграрийҙары 3,5 миллион тонна самаһы иген етештерә, был республиканың эске ихтыяжынан яҡынса 1,5 тапҡырға күберәк.
- Башҡортостанда 13 авгусҡа иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары майҙандарының өстән бер өлөшө тиерлек йыйып алынған (31 процент). 405 мең гектарҙан ашыу сабылған, шуларҙың 395 мең гектары һуғылған. Игендең тулайым йыйымы 1,3 миллион тоннанан ашып китә, гектарынан 33 центнер уңыш алына.
Тулайым иген һуғыу буйынса ҙур айырма менән Стәрлетамаҡ районы алда бара, унда 123 мең тонна иген йыйып алынған. Ауырғазы районы игенселәре – 98 мең тонна, Дәүләкән һәм Саҡмағош райондары игенселәре 85-әр мең тонна һуғып алған. Йыйыу эштәре яҙғы культураларға йүнәлтелгән, улар 472 мең тонна йыйылған. Шулай уҡ Ауырғазы, Илеш, Ҡырмыҫҡалы райондарында яҙғы рапс һуғалар. 2,1 мең тонна май орлоғо йыйылған, - тип белдерҙеләр Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығынан.
Илеш районы ла игенселәр төбәге булараҡ дан алған, әле унда ла баҫыу эштәре гөрләп тора. Илештәр “яҡшы уңыш нигеҙе һауа торошона ғына түгел, ә кешеләргә лә бәйле” ти. Шуға күрә лә районда ялан батырҙары һәр саҡ иғтибар үҙәгендә. Ысынлап та был егеттәр һәр сәғәттең ҡәҙерен белә: эҫе мәлдәр ҙә, ашығыу ҙа уларҙы ритмдан тайпылдыра алманы.
14 августа райондың ауыл хужалығы идаралығы начальнигы Сергей Пискарев иң яҡшыларға рәхмәт хаттары һәм аҡсалата премиялар тапшырҙы. Был юлы “Игенче” хужалығынан – Рәсүл Ғәзетдинов, Флорит Ғәзетдинов, Альберт Сәғәбиев, Вәзим Ғарипов, “22-се Партия съезы” хужалығынан – Азамат Йосопов, Барый Шәрәфисламов, Алмаз Суфиянов, Куйбышев исемендәге йәмғиәттән Василий Собарь, Хәлит Рахманов эштәренә лайыҡлы баһа алып ҡыуанды.
Республика Башлығы Радий Хәбиров инициативаһы буйынса агросәнәғәт комплексын техник яңыртыу ауыл хужалығына ярҙам итеүҙең системалы йүнәлештәренең береһенә әүерелде. Машина-трактор паркын яңыртыу аграрийҙарға баҫыу эштәрен тиҙерәк, һөҙөмтәлерәк һәм аҙ юғалтыуҙар менән башҡарырға мөмкинлек бирә. Биш йыл эсендә Башҡортостан хужалыҡтары дөйөм хаҡы 64,2 миллиард һумлыҡ 14,4 мең берәмек ауыл хужалығы техникаһы һәм ҡорамалдары һатып алған. Республика Башлығы һәм төбәктең идара итеү командаһы яғынан агросәнәғәт комплексын техник яҡтан ҡайтанан йыһазландырыуға булышлыҡ итеү хужалыҡтарға паркты ваҡытында яңыртырға һәм хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырырға мөмкинлек бирә. Был эштең һөҙөмтәһе айырыуса урып-йыйыу ваҡытында асыҡ күренә, ошо саҡта бөтә эш комплексын оптималь агротехник сроктарҙа үткәреү мөһим.
Республикала игенде һаҡлауҙың дөйөм ҡеүәте дүрт миллион тоннанан ашып китә. Был иһә быйыл күҙалланған уңышты урынлаштырырға мөмкинлек бирә. Баҙар хаҡтары төшкән шарттарҙа үҙебеҙҙә һаҡлау инфраструктураһының булыуы хужалыҡтарға урып-йыйыуҙан һуң игенде һатырға ашыҡмаҫҡа мөмкинлек бирә. Уңыштың бер өлөшө Башҡортостандың агросәнәғәт комплексының традицион көслө йүнәлеше булған малсылыҡтың мал аҙығы базаһына йүнәлтелергә мөмкин.
Урып-йыйыу кампанияһы бөгөн баҫыуҙағы техника һәм кешеләр һанына ғына бәйле түгел. Заманса агротехнологиялар, һанлы контроль системалары, теүәл игенселек һәм етештереү процестарын автоматлаштырыу ҙур роль уйнай. Уларҙы ҡулланыу хужалыҡтарға техниканы һәм ресурстарҙы һөҙөмтәлерәк файҙаланырға, баҫыу эштәрен контролдә тоторға һәм уңыш йыйыу ваҡытында юғалтыуҙарҙы кәметергә ярҙам итә. Технологик ауыл хужалығын үҫтереү бөтә тармаҡтың тотороҡлолоғон һәм Башҡортостан ауыл хужалығы тауарының көнәркәшлек һәләтен арттыра.
Фәрит Рауил улы ВӘЛИТОВ, Башҡортостан Республикаһының ауыл хужалығы министры урынбаҫары:
– Игенгә һатып алыу хаҡтары түбән булған шарттарҙа уны үҙ малсылығы сиктәрендә эшкәртеү иҡтисади яҡтан нигеҙле алымға әйләнә, бер килограмм игендең шартлы иҡтисади ҡиммәте, дөрөҫ төҙөлгән рацион һәм мал аҙығын һөҙөмтәле файҙаланғанда, 80 һумға тиклем етә. Игенде баланслы рацион составында ҡулланыу сеймалдың зыянға һатылыуын булдырмау ғына түгел, ә уны өҫтәлгән ҡиммәттәре юғарыраҡ булған продуктҡа әйләндереү мөмкинлеген бирә. Ауыл хужалығы предприятиелары өсөн был ҡатмарлы баҙар хәлендә килемде һаҡлап ҡалыу ысулы. Республика малсылығының мал аҙығының иген өлөшөнә ихтыяжы йылына 1,5 миллион тонна тәшкил итә.
Фото: Илеш районы хакимиәтенән.
Беҙҙең МАХ каналына яҙылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan.