

Бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә халыҡты күпләп ҡыҙыҡһындырған темаға – һанлы һум тураһында һөйләшеү булды. Был хаҡта Рәсәй Үҙәк банкының Урал баш идаралығының Башҡортостан буйынса Милли банкы бүлексәһе идарасыһы Марат Кашапов һөйләне.
2026 йылдың 1 сентябренән Рәсәйҙә милли валютаның яңы формаһы – һанлы һум киң ҡулланыла башлай.
Һанлы һум ҡулаҡса һәм ҡулаҡсаһыҙ аҡса менән бер рәттән ҡулланыласаҡ. Мәҫәлән, 1 сентябрҙән ҙур банктар һәм йылына 120 миллион һумдан ашыу килеме булған сауҙа компаниялары яңы валюта формаһы менән эшләй башлаясаҡ. Улар клиенттарына тейешле иҫәп асыу, күсереүҙәр яһау һәм һатып алыуҙар өсөн түләү мөмкинлеген бирергә бурыслы. Ҡалған ойошмалар өсөн йыллыҡ килем күләме 30 миллион һумдан ашыу булғанда 2027 йылдың 1 сентябренән, килем күләме 20 миллион һумдан ашыу булғанда 2028 йылдың 1 сентябренән һанлы һумға күсеү ҡаралған.
Традицион банк транзакцияларынан айырмалы рәүештә, бөтә һанлы һумлы операциялар Рәсәй Банкы платформаһында үтә. Был кешеләрҙе комиссияларҙан азат итергә, бизнес өсөн минималь тарифтар булдырырға, бюджет түләүҙәрен идара итеүгә сығымдарҙы кәметергә мөмкинлек бирә.
Халыҡ өсөн валютаның яңы формаһын ҡулланыу ирекле. Тейешле иҫәпте һанлы һум платформаһына тоташтырылған ҙур банктарҙың мобиль ҡушымталары аша асырға мөмкин.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.