

Башҡортостандың Финанс министрлығы “Һалым түләүсе-2026” бәйгеһендә ҡатнашырға саҡыра.
Конкурс иҡтисадтың ауыл, урман хужалығы, балыҡсылыҡ, файҙалы ҡаҙылдыҡтарҙы табыу һәм башҡа тармаҡтарҙы үҙ эсенә ала. Еңеүселәр һәр номинацияла өс категория буйынса билдәләнә. Улар – ойошмалар, урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәре һәм шәхси эшҡыуарҙар. Еңеүселәрҙе ҡотлау тантанаһы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров ҡатнашлығында үткәрелә.
Ҡатнашыу өсөн ғаризаларҙы һәм документтарҙы ҡабул итеү 30 сентябргә тиклем республиканың Финанс министрлығы тарафынан билдәләнә. Адрес – Өфө ҡалаһы, Туҡай урамы, 46-сы йорт. Конкурс положениеһы ошо һылтанма буйынса: https://minfin.bashkortostan.ru/documents/active/562945/
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!